Ишембайҙа йәшәүсе Тәнзилә апай Шәмсетдинова төшкө ашҡа һеҙгә ,,ҡош теле,, әҙерләгән. Уңған ханымдан йорт хужабикәләренә рецепт.“Ҡош телен” бешереү өсөн 4 йомортҡа, спиртлы эсемлек, он, көнбағыш майы кәрәк. Йомортҡаны ныҡлы итеп туғырға һәм уға ҙур ғына рюмканы тултырып спиртлы эсемлек һалып бутарға. Килеп сыҡҡан массаға он ҡушып туҡмас кеүек баҫып йәйәбеҙ. Фигуралы ҡамыр ҡырҡҡыс менән йөрөтөп 2-3 см аралыҡ менән ҡырҡып сығабыҙ. Ике сатлы ҙур вилкаға уратып алып ҡыҙған майҙа берәмләп ике яҡлап (бер яғын, аҙаҡ икенсе яғын әйләндереп) бешерәһең. Тиҙ бешә. Артыҡ ҡыҙармаҫ борон уҡ алырға кәрәк. Шул көйөнсә ашаһаң да була, саҡ ҡына сиропҡа манып, бер-береһе өҫтөнә өйөп ҡуйһаң, татлыраҡ та була, бер-береһенә йәбешеп матур формала көйө лә таралмай торасаҡ. Сироп эшләр өсөн 1 стакан һыуға 5-6 сәй ҡалағы шәкәр һалып иретергә һәм бутай-бутай күпергәнсе ҡайнатырға. Шәкәрләп батмусҡа өйөп ҡуйғас, ваҡ кәнфиттәр менән биҙәп ҡуйһаң, тәмле генә түгел, матур ҙа булып китә. Эшләп ҡарағыҙ әле, ысынлап әйтәм, хәт-тәр тәмле була! Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын, тип яҙа бөгөн ,,Торатау,, гәзите.

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 16