Таңсулпан Рәсүл
Бала саҡҡа ҡайттым бөгөн ҡабат,
Ҡабат ҡайттым инде ҙурайғас.
Тыуған өйөм хәтирәһе менән,
Өй икмәген тәмләп ашағас.
Таныш еҫе, өй икмәге еҫе,
Күҙ алдында баҫыу-ҡырҙарым.
Мәтрүшкәнең башын һыйпап елде
Елдәремдең шаян йырҙары.
Гөбөрҙәтеп күнәктәргә төшкән
Йылы һөттөң тоям тәмдәрен.
Аҡ томандар аша ҡарағайҙар
Һорай кеүек һағыныу хәлдәрем.
Ҡаяларҙың һынмаҫ рухы ла бар,
Шишмәләрҙең сылтыр йәне лә.
Бөтәһе лә һыйған уртымдағы,
Әсәй бешергән икмәк тәменә.

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев