Предыдущая публикация
Салауат Юлаев Пугачев фетнәһендә ҡатнашҡаны өсөн генә түгел,бәлки Ырымбур губернаһында йәшәгән башҡорттарҙың һәм башҡа мосолмандар яуының төп етәксеһе булыуы өсөн дә иң арҙаҡлы шәхестәр иҫәбенә инә.Уның көсө,батырлығы,ҡаһарманлығы тураһында башҡорттар араһында әле лә бик күп риүәйәттәр,йырҙар йөрөй.Йырҙарҙың күбеһен сәсән,шағир Салауат үҙе сығарған.(Йыр"Уралым".С.Юлаев һүҙҙәре.)
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 4
Мең ете йөҙ илле икенсе йыл,
Бер ир бала тыуған – Салауат.
Бөркөт ҡоштай иркенлекте һөйөп,
Ыласындай елгән һай-һайлап.
Тигеҙһеҙлек хөкөм һөргән саҡта,
Ҡындан ҡылыс алған, Салауат!
Үҙ ерендә ирек өсөн көрәш –
Киләсәккә ҡалған аманат.
Батыр рухы йәшәй милләтендә –
Телдән телгә әйтә салауат.
Даны һүнмәҫ мәңгелек йыр булып,
Меңдәрҙән бер батыр – Салауат!
16.06.2015.нәжибә фәйзуллина
Халҡың оран итеп алға ҡуйҙы,
Исемеңде батыр Салауат.
Ҡитғаларҙы ҡосоп дан-шөһрәтең
Урап ҡайтты беҙгә Салауат.
Исемеңдән ҡурҡҡан ,тиҙәр ,батша
Атамаҫҡа ҡушып балаға.
Тик онота буламы һуң милләт,
Бары тоҙ өҫтәлгән яраға.
Һинең менгән атың тоҡомдары
Утлап йөрөй Ҡаратауыңда.
Йөрүҙәндең шаршыларын кисеп,
Сыға тиҙәр Янғантауына.
Дауаларға быуат яраларын
Теҙгенендә йөрөй дөлдөлдәр.
Тағы тыуыр һиндәй батыр ирҙәр,
Салауат та атлы яугирҙәр,
Йырҙарынан балҡыр ғүмерҙәр.
Сатучина Зөлфирә шиғыры.
Мин ҡайтырмын әле, башҡорт ере,
Мин ҡайтырмын әле... Мин тере!
Ҡайтыр юлдарымда тора,тиҙәр
Йәйғор төҫөндәге күперем.
Ҡайтып етеп, күреп үләм әле
Иҙел ярындағы Уфаны,
Балдай татлы һыуҙар эсәм әле, -
Һыуҙар бирерһегеҙ - һыуһаным...
Күреп үләм әле Зөләйхәмде, -
Һөйгәнемә төшә уң юлым,
Төштәремә инә төндәр һайын
Сәстәренең ҡара тулҡыны.
Күреп үләм әле: күк үләндәр
Һаҡлай микән даға эҙҙәрен?
Төштәремдә көмөш йүгән тотоп,
Аҡбуҙ атҡайымды эҙләнем.
Күреп үләм әле: ғорур халҡым
Китмәгәнме үтә ваҡланып,
Башын эйеп көн итмәйҙәр микән
Тән язаларынан һаҡланып.
Күреп үләм әле...
Юҡ, үлмәйем!
Аҡбуҙыма әгәр атланһам,
Мин теремен, әгәр һаҙаҡтағы
Һайлам уҡтай ирҙәр һаҡланһа.
Мин ҡайтырмын әле, башҡорт ере,
Мин ҡайтырмын әле. Мин - тере!
Әйтегеҙсе шунда: теге бабай
Эйәремде бирһен килтереп...
(Газеталар бер бабайҙа Салауаттың эйәре һаҡланыуын хәбәр иткәйне.)
Буранбай Исҡужин , "Аҡ менән ҡара" китабынан. 1992йыл.