Предыдущая публикация
Бала күңелкәйе далала».
… Һай, дөрөҫ тә әйткән боронғолар,
Ай-һай, дөрөҫ икән, эй, Алла
Йөрәк ярып сыҡҡан бала икән…
Әсә - һәр саҡ бала терәге.
Балаһының һәр һулышын тоя
Ғәзиз әсәләрҙең йөрәге.
«Балам - йөрәк парәм» тиеп
Хафаланып,
Әсә тора ғүмерлек һаҡта.
Абынып та ҡуймаһын, тип, балам,
Тормош тигән оло һуҡмаҡта.
«Бала - бауыр ите» -
Ғәзизенең
Әсә генә белә ҡәҙерен.
Балам, балам, тиеп, өҙгөләнеп
Уҙып китә әсә ғүмере…
… Һай, белеп тә әйткән боронғолар,
Ай-һай, дөрөҫ икән, ай, бала…
«Әсә күңелкәйе, ай, балала,
Бала күңелкәйе далала…»
Сәлиә ҒАТАУЛЛИНА
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 3