
Йыраҡ араларҙы яҡынайтып
Йүгереп кенә түгел үтәргә.
Күңелем менән һине юҡһынып
Тик бары ҡала миңә көтәргә.
Беҙҙең яҡҡан тәүге ҡыҙыу усаҡ
Һөйөү ялҡындарын уртаҡ бүлә.
Гөлләмәләр алып берәр ҡосаҡ
Һин килерһең әле яҙҙарымда.
Наҙлы һөйөү минең йырҙарымда
Ағыла моң урғып йөрәгемдән.
Яҡты йондоҙ булып,йәнекәйем
Нурҙар һибәм һинең юлдарыңа.
Ялпымаһын усаҡ осҡондары
Башҡаларҙың тормош тупһаһында.
Һөйөү уты беҙҙең оҙаҡ янһын
Һүрелмәһен ғүмер уртаһында.
Фәнүзә Нәбиуллина - Зөлҡәрнәева
Межозерный.


Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев