Һаумыһығыҙ, хөрмәтле коллегалар ❗ Беҙ, башҡорт теле уҡытыусылары, башҡорт иле тотҡалары! Беҙ, башҡорт теленең ғүмерен мәңгеләштерергә тырышҡан *ил әсәләре* Иң беренсе һеҙҙе уҡытыусылар көнө менән ҡотлайым ❗❤ Сәләмәт булығыҙ. Эштәрегеҙҙә оло уңыштарға өлгәшергә насип булһын ❗❤🌹 Эргәгеҙҙә йөрөгән һәр бала "башҡорт телен уҡыһым килә", тип һеҙҙең исемегеҙҙе күтәрһен ❗
Мин, Йосопова Әлфиә Мөхәммәт ҡыҙы. Ғүмерем буйы башҡорт теле уҡытыусыһы булып эшләнем. Тик ауырыу ғына мине һөнәремдән айырҙы. Тик айырҙы тиеү ҙә дөрөҫ түгел. Сөнки ауырыу мине башҡорт теленең боронғо серле асылына алып барҙы. Ышанмаҫһығыҙ. Әлеге үҙемдең шөғөлөм миңә тел менән әйтеп бөткөһөҙ бәхет килтерҙе.
Операциянан һуң аяҡҡа баҫа алмай карауатҡа һеңеп интегеп ятҡан мәлемдә, ни эшләптер, *миңә музей асырға кәрәк*, тигән уй килде. Ғаиләм ярҙамында аяҡҡа баҫтым да, бер йыл тигәндә, музейҙы асып та ебәрҙек, аллаға шөкөр❗🤲
Иң ҡыҙығы, коллегалар, был музей ябай музей ғына түгел, ә серле хикмәтле урынға әүерелде. Балалар, оло кешеләр, сит ил туристары беҙгә килеп рухланып, кем шатланып, кем шатлығынан, эмоцияға түҙә алмай илап ҡайтып китә.
Ошо музей эшендә ололар араһында йөрөп, башҡорт халҡының күп серҙәрен үҙләштерергә насип булды, аллаһыма рәхмәт! 🤲
Беҙҙең телебеҙ изге, хикмәтле тел. Халҡыбыҙҙың йолалары хикмәтле лә, серле лә. Һәр һүҙ, халҡыбыҙ ҡулланған һәр әйбер, һәр предмет серле һандыҡҡа бәрәбәр. Тибет монахтары башҡорт еренә килеп ҡурай моңон ишеткәс, "ҡурай моңо менән һеҙ хатта кешеләрҙе дауалай алаһығыҙ", тигәндәр. Беҙҙең музейҙа һаҡланған ҡултаяғы эсендә һаҡланған еҙ ҡурай тураһында ауыл кешеләренән һорашҡас, " Закир олатай, ҡурайҙа уйнап, кешеләрҙең ауыртыуҙарын баҫа, дауалай ине", тип әйттеләр. Шундай ҙа хикмәтле беҙҙең ҡурайыбыҙ.
Хөрмәтле коллегалар, һеҙҙең эшегеҙ шул тиклем күп. Ауыр эштән һуң, бағаналай карауатҡа ауырлыҡ хәлдә ҡайтып та, ғаилә эсендәге тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ эштәрегеҙ ҙә күп.
Донъя шулай. Һәр кем, Аллаһы тәғәлә биргән юлды үтергә тейеш.
Ошондай ҙа ауыр заманда мин һеҙгә ярҙам ҡулы һуҙырға тейешмендер, тигән уй-ниәттәр бар.
Компьютер наркоманына әүерелеп, беҙҙең музейға килгәндән һуң компьютер уйындарын ташлап, ҡурайҙа уйнай башлаған балалар бихисап. "Почему мы так много не знали, не знаем о башкирах? ", тиеп ҡайтып китәләр кешеләр. Белерлек тә түгел. Ундай мәғлүмәт китаптарға яҙылмаған. Яҙылһа ла шул тиклем мәғлүмәтте мәктәп партаһы артындағы бала аңламай ҙа, башына ла һеңмәй, була шундай саҡтар. Сөнки мәктәп тупһаһына баҫыу менән бала башында ОГЭ ла ЕГЭ. Бер кем өсөн сер түгел.
Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы: аҡса түләп мәғлүмәт ояһына килһәләр, улар һис шикһеҙ өйҙәренә Файҙалы мәғлүмәт алып ҡайтырға теләйәсәктәр. Үҙемдең эшем менән һеҙгә ярҙам итә алырыма ихлас ышанам. Ғәҙәттә, сентябрь айында уҡытыусылар башы менән Ҡағыҙ эшенә ҡаплана, баш күтәрергә ваҡыттары юҡ. Шуның өсөн мөрәжәғәтнамәмде яҙыуҙы октябрь айына ҡалдырҙым. Ваҡыттағыҙҙы йәлләмәй беҙҙең музейыбыҙға килергә тырышығыҙ. Ғаиләгеҙ, дуҫтарығыҙ, уҡыусыларығыҙ, яҡындарығыҙ менән килегеҙ. Башҡорт теле уҡытыусыларын күреүемә мин меңләтә шатланам. Сөнки башҡорт теле - минең яҙмышым, булмышып. Рәми Ғариповтың "Туған тел", шиғырын күҙ йәштәрен түгеп тыңлайым.
Беҙҙең музейҙа
💥экскурсия үткәрәм.
💥 Экскурсия менән башҡортса боронғоса сәй эсеү йолаһы үткәрәбеҙ
💥 милли биҙәүестәр, сувенирҙар эшләү буйынса оҫталыҡ дәркстәре
💥 махсус заказ буйынса ҡумыҙҙа уйнау оҫталыҡ дәрестәре
💥уҡтан атыу оҫталыҡ дәрестәре.
Минең мөрәжәғәтнамәмде бөтә башҡорт теле уҡытыусыларына таратыуығыҙҙы һорайым. Бөтәһенә лә оло рәхмәттәр 🙏🤲❗🌹❤ Минең менән бәйләнеш өсөн телефон номеры:89373435174
Вконтакте Альфия Юсупова, аккаунт һүрәте- Салауат Юлаев һәйкәле. Беҙҙең музейҙың мәғлүмәт төркөмө:"Тирмә-музей/юрта-музей" 🙏🤲❗🌹❤
Иң изге теләктәр менән, тағы ла байрам менән ❗ Әлфиә Мөхәммәт ҡыҙы
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 2