Ғәзиздәрҙән ғәзиз баламды.
Ҡолар ерен алдан күрә белһәм,
Йөкләп түшәр инем һаламды.
Һаҡланғанды һаҡлармын ти Хоҙай,
Башҡа ғына бирмә ҡазаны.
Гонаһтарым булһа яуап бирәм,
Балаларға һалма язаны.
Юлдарына йомшаҡ келәм итеп,
Изге доғаларым түшәлһен.
Яман теләктәрен йолҡоп ташла,
Яҡшылары ғына үтәлһен.
Иман байлыҡтары бирһен берүк,
Хәләл ризығынан айырма.
Ҡан туғанын тартып осор өсөн,
Киргән ҡанаттарын ҡайырма.
Ҡөръән сүрәләрен белмәһәм дә,
Доғаларым сыға йөрәктән.
Бала саҡтан ошо теләктәрҙе,
Ятлай-ятлай әсәй өйрәткән.
Балаҡайым, балам, бауыр итем,
Бәхеткенәм минең, йөрәк майым.
Көндөҙ ҡояшһың һин минең өсөн,
Ә төндәрен инде яҡты айым.
Һинең бәхет балам-минең бәхет,
Хоҙайымдан шуны һорайым.
Гөлиә Азаматова
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 5