Предыдущая публикация
Абдуллалар ише ир барҙа...
Ҡайғылы хәбәр. Яҡты донъянан Абдулла Солтанов китеп барҙы. Йәне йәнәттә, арты хәйерле булһын.
Сентябрь айында уға 95 йәш тулыр ине.
Бөгөн ҡабатланмаҫ моң эйәһе, йырсы, ҡурайсы Абдулла Афзал улы Солтанов вафат булған. Уға 25 сентябрҙә 95 йәш тулған булыр ине.
Йәнең йәннәттә булһын


Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 3
Килеп еткән беҙгә йыр булып.
Абдуллалар һуҙа «Буранбай»ҙы,
Моңдар таша, таша урғылып.
Юҡ, йырламай, ил ҡарттары менән
Бергә илай кеүек көтөүсе.
Күҙ алдында – Йәмәлекәй тауы,
Буранбайҙар – Себер китеүсе.
Зал тын ҡалған, йырсы уйға һалған,
Әйтерһең дә, бер кем тын алмай.
Халыҡ йырын тыңлап, ирҙәр илай,
Күҙ йәшенән һис тә оялмай.
Тарих үлмәҫ, оҙон көйҙө һуҙыр
Абдуллалар ише ир барҙа.
Халыҡ йәшәр, телен-моңон һаҡлап,
Ирҙәр илатырлыҡ йыр барҙа.
Зөһрә Ҡотлогилдина.