– Өлгөрмәнем, – Әмирхандың айҙар буйы эсенә йыйылған әсенеше, мөлдөрәмә тулып ашҡан быуа һымаҡ йырылып китте. – Себер һыуыҡтары елегемә төшөп өшөткәндә: «Әсәм менән атамды Мәккәгә апарырмын», – тип хыялланған була торғайным. Икегеҙҙең етәкләшеп, тирә-яғығыҙға хайран ҡалып, күҙҙәрегеҙ емелдәшеп, ҡыуанышып йөрөүегеҙҙе күҙ алдыма килтереп йыуаныр, һеҙҙе шатландырасағыма күңелем үҫер ине. Әсәм, ана, үлде лә китте. Бына хәҙер һин ятаһың! Һуңланым. Нишләп, исмаһам, бер йыл алда ҡыбырламаным?! Шулай ашығырһығыҙ тип кем уйлаған? Етмеш ул хәҙерге заманда йәшме ни?! Мин бит әле һеҙгә ҡәҙер-хөрмәт тә күрһәтеп өлгөрмәнем. https://ejansura.ru/articles/telgen-m-bergen-m/2021-12-02/u-y-tel-k-g-lsir-izz-tullina-2604560


Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев