Предыдущая публикация
💐💐💐
Бөгөн — мәшһүр халыҡ йырсыһы Абдулла ағай Солтановтың тыуған көнө. Уға — 94 йәш.
Ауыл халҡын зар илатҡан хаттар
Килеп еткән беҙгә йыр булып.
Абдуллалар һуҙа «Буранбай»ҙы,
Моңдар таша, таша урғылып.
Юҡ, йырламай, ил ҡарттары менән
Бергә илай кеүек көтөүсе.
Күҙ алдында – Йәмәлекәй тауы,
Буранбайҙар – Себер китеүсе.
Зал тын ҡалған, йырсы уйға һалған,
Әйтерһең дә, бер кем тын алмай.
Халыҡ йырын тыңлап, ирҙәр илай,
Күҙ йәшенән һис тә оялмай.
Тарих үлмәҫ, оҙон көйҙө һуҙыр
Абдуллалар ише ир барҙа.
Халыҡ йәшәр, телен-моңон һаҡлап,
Ирҙәр илатырлыҡ йыр барҙа.
Зөһрә Ҡотлогилдина.
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 5