Предыдущая публикация
Бер нурҙы ла бер күҙәү ҙә
Булмаҫ булды үткәрәһе:
Күктең күҙен ҡаплап алды
Ҡуйы томан шекәрәһе.
Әллә ҡайҙан килеп сыҡты
Бүртенешкән күк болоттар.
Ҡобараһын юйҙы көндөң
Ҡомһарынған һоролоҡтар.
Урмандарға күҙ сағылтып
Ҡапҡанда ла һары янғын,
Семеткеләй, тешләй йөҙҙө:
Был бит инде көҙгө ямғыр!
Тынды бына яуын шауы,
Тамды һуңғы тамсылары,
Һуңғы болот киҫәктәрен
Ҡыуҙы елдәр ҡамсылары.
Ҡойҙо һуңғы япраҡтарын,
Һуңғы ҡабат алды тынын:
Аңлайым мин көҙҙөң уйын:
Мәңге ғүмре бар бит уның!
Танhылыу Карамышева.
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев