Предыдущая публикация
БАШҠОРТ ҠЫҘЫ
Башҡорт ҡыҙы мин! Тимәк
Ыласындай саямын!
Кемгәлер мин наҙлы, иркә,
Кемгәлер - таш ҡаямын!
Башҡорт ҡыҙы мин! Тимәк
Барыһы килә ҡулдан:
Бесән сабам, өй төҙөшәм,
Үҫтерәм ҡыйыу улдар!
Башҡорт ҡыҙы мин! Тимәк
Ут - һыуҙар аша киләм!
Теләһәм һыбай елдерәм,
Йә тимер атта еләм!
Башҡорт ҡыҙы мин! Тимәк
Нәззәҡәтле, һылыумын!
Зөлхизә кеүек тыйнаҡмын,
Ете ҡыҙҙай ҡыйыумын!
Башҡорт ҡыҙы мин! Тимәк
Һый менән өҫтәл тулыр,
Хатта ҡышын ҡар өҫтөндә
Ҡаҙаным ҡайнап торор!
Башҡорт ҡыҙы мин! Тимәк
Йырлармын башҡорт көйөн!
Башҡорт рухына, теленә
Тулылыр минең өйөм!
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 1