Предыдущая публикация
Яу ҡырында ҡәберҙәр бар,
Гөлдәргә уралғандар.
Ә ҡайҙа һуң һеҙҙең ҡәбер,
Хәбәрһеҙ юғалғандар?
Ниндәй телдәр һеҙҙе ситтә
Әсир тип сығарғандар?
Һеҙҙе көтө-көтә күпме
Керпектәр сыланғандар.
Аптырағас, хәлегеҙҙе
Кәрттәрҙән һорағандар,
Уҙған сиғандар ҙа һеҙгә
Ҡайтыр юл юрағандар.
Ә һеҙ һаман ҡайтманығыҙ,
Хәбәрһеҙ юғалғандар.
Булды һеҙҙе нахаҡҡа ла
Ғәйепләп ҡыланғандар.
Һөйәгегеҙ ҡай ерҙәрҙә
Яталыр етем булып,
Әллә Дахау мейесенән
Остомо төтөн булып?
Һуғыш үткән.Төтөн бөткән.
Яралар уңалғандар.
Геройҙарҙың ҡәберҙәре
Гөлдәргә уралғандар.
Гөл-сәскәне күрмәй бары
Хәбәрһеҙ юғалғандар.
Беҙгә үпкә һаҡламағыҙ,
Хәбәрһеҙ юғалғандар.
Марат Кәримов.


Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев