(ғәр. عيد الفطر) — иң мөһим мосолман байрамдарының береһе. Рамаҙан айы дауамында башҡарылған ураҙа тотоу тамамланып, Шәүүәл айының тәүге өс көнө буйы билдәләнә. Ураҙа байрамы мосолмандарҙың төп ике байрамдарының береһе булып тора. Был байрамды билдәләү Мөхәммәт пәйғәмбәр заманынан, 624 йылдан алып башлана. Диндарҙар бер-береһен «Ғәйет мөбәрәк булһын» тип сәләмләйҙәр.
1 – 3 Шәүүәл (2 – 4 Май) – Ураҙа байрамы.
Фытырҙы байрамға тиклем бирегеҙ
Үҙен мосолман тип һанаған кешегә, Рамаҙан айы тамамланғас, зәҡәт һәм фытыр саҙаҡалары биреү фарыз. Зәҡәт туранан-тура малға, байлығыңа бәйле булһа, фытыр саҙаҡаһы шәхестең үҙенә,балаларына ҡағыла. Был хәйерҙе биреү үҙе бер оло ғибәҙәт, бирелмәй ҡалған фытыр өсөн әхирәттә яуап бирергә тура киләсәк.
Фытыр һүҙе, ураҙаны тамамла, тигәнде аңлата. Шуға ла ул − Рамаҙан айына рәхмәт йөҙөнән, иҫән-һау йәшәү хөрмәтенә бирелгән саҙаҡа. Ураҙа ғәйетенә тиклем, уны мохтаждарға, етемдәргә бирергә мөмкин, мәсеткә лә һалалар.
Күптәр байрам көнөндә, ғәйет үткәс, мәсеткә хәйер бирергә килә. Был инде фытыр булмай, ябай саҙаҡа һанала. Уны мәсет үҙ файҙаһына тотона ала.
Һеҙҙе ысын күңелдән изге Рамаҙан айы тамамланыуы һәм Ураҙа байрамы менән ҡотлайбыҙ!
Изге Ураҙа байрамы йорттарыбыҙға ҡот, бәрәкәт, күңелдәребеҙгә яҡтылыҡ һәм тыныслыҡ алып килһен.


Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 5