Уҙған ғүмер барлай китһәң,
осо-ҡырыйҙарын тапмаҫһың.
Нисек уҙған-шулай уҙған кешем
буяуҙары һеңгән-иҫкергән.
Сағыу төҫтәре лә күренә бит
йәйғор нурҙарына мансылған.
Һулып,йәшәүеңдән төңөлгәндә
ямғыр апай дымға туйҙырған.
Барыбыҙ ҙа кеше,ә яҙмыштар
кемде һөйә,кемде язалай.
Сабырҙарға һынау бирә тиҙәр
һөйкөмлеһен яҡлай һынауҙар.
..Күрше апай һәр саҡ әйтә ине
күңелемдә ҡалған һүҙҙәре.
Ҡурҡып йәшәр күлдәктәрем туҙған-
әйтмәгеҙ һеҙ миңә, түҙ әле!!
Уҙған ғүмер-ябылмаған китап-
үткәндәрҙе булмай ҡайтарып.
..Бөгөнгөһен була яҡшы яҡҡа
көсөң етһә инде үҙгәртеп.
Римма Саньярова.

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев