Бер ҡайтаһы ине, атып - бәреп,
Был донъяның бөтмәҫ эштәрен.
Бер илайһы ине, түгелеп - түгелеп,
Бөтөргәнсе күҙҙең йәштәрен...
Бер ҡайтаһы ине, ауылымдың
Мәрхүмдәре - тере урамға.
Уларҙан көс алып, бирешмәҫкә,
Дауылдарға, елгә, буранға.
Бер ҡайтаһы ине, Әсәйемдең,
Икмәгенән ауыҙ итергә.
Атайымдың кәңәштәрен алып,
Туғандарҙы күреп китергә.
Бер ҡайтаһы ине, баласаҡтың,
Эҙҙәренән уйнап - сабырға.
Әрнеп кенә һыҙған күңелемә,
Бер дауаһын эҙләп табырға...
Бер ҡайтаһы ине, ҡырҙарымда,
Яҙ тауышын тыңлап ятырға.
Йыйынһамда үҙем әллә ҡасан,
Юлдар төшмәй һаман ҡайтырға...
Автор: М. Мәғәсүмов.

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 22