Шифа булып инеп киләһең
Яңғыҙлыҡтан бүккән йәнемә,
Шишмә юлы кеүек инеш асып,
Зинһар өсөн инмә"өңөмә."
..Батыр йөрәк ваҡытында көслө
үҙ яланын ҡурсый хәүефтән,
...Арығанмын,һыуынғанмын кеүек
Янғым килмәй-тағы бәхеттән?!
Ә,күңелем ярһый!.. Уты ҡалған
Ситтән генә күҙләй - күҙҙәрен,
..Бәхетлеләр парлап -тыуа тиҙәр
Эх,табаһы ине игеҙен!
Римма Саньярова, 2016.

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев