Хәйерле көн теләйем!
Шатлыҡ менән үтһен көнөгөҙ!
Яҙғы ҡояш кеүек бар Ғәләмгә
Бәхет нуры сәсһен йөҙөгөҙ!
Юлығыҙҙа осраған һәр кешегә
Һеҙ йылмайы бүләк итегеҙ
Бәхет яҡшы кәйеф яратҡанды
Һеҙ һәр ваҡыт иҫтә тотоғоҙ.
Ҡараңғы йөҙ- болотло көн кеүек
Ә күңел бит Ҡояш ярата
Яҡтылыҡта йәшәү шундай рәхәт
Бер йылмайыу - өмөт уята.
Йылы һүҙ- йән аҙығы тиҙәр
Йәлләмәгеҙ йылы һүҙегеҙҙе
Тирә-яҡҡа биргән йән йылығыҙ
Һөйөү булып ҡайтыр үҙегеҙгә.
Донъя мәшәҡәтенә үртәлмәгеҙ
Аллаһынан һаулыҡ һорағыҙ
Яҡты донъяларҙың гүзәллеген
Күрә белһен күңел күҙегеҙ.
Ғаилә усағығыҙ йылы булһын
Иман нуры уны яҡтыртһын
Үрнәк булайыҡ һәр саҡ балаларға
Киләсәгебеҙ өмөтлө булһын!
Хәйерле иртә! Хәйерле көн теләйем!
Аҡ бәхеттән торһон юлығыҙ!
Һәр көн һайын артып ҡына торһон
Һаулыҡ тигән иң ҙур байлығығыҙ!(Рүзилә Гатауллина)

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 1