Күҙем һалдым...Уйға ҡалдым.
Эленеп тора туҡмас таҡтаһы
Меңәрләгән эҙҙәр һалған бысаҡ-
Әсәйемдең уңған ҡулдары.
Туй мәжлесе,никах,бәпес ашы
Сабыйҙары ҡайтҡан ҡаланан?
..Тәмлекәйҙәр иле-ошо таҡта
Күпме хәтирәләр уйылған.
Иң тәмлеһе әсәй аштары бит
Ҡайнап тора туҡмас таҡтаһы,
Ысынында "таҡта" аша уҙа
Тыуым менән үлем араһы.
.Бына һорай ҡуйҙым, нисә йыл
Әсәкәйем һинең таҡтаға?
Егерме дүрт балам,алыштырҙым
Ағас әйбер хатта бит туҙа.
..Меңәрләгән эҙҙәр һалған бысаҡ
Әсәйемдең туҡмас таҡтаһы.
Күпме шатлыҡ,сәбәп,ҡыуаныстар,
Һаҡлаған шул ағас таҡтаһы.
Римма Саньярова (Ғәлиәхмәтова).

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев