Әммә 1919 йылды мин 1917 йылда башланған Башҡортостан дәүләтселеген ойоштороу процесының логик рәүештә тамамланыуы, тип атар инем, йәғни үҙәк власть тарафынан танылыуы. Шуға күрә, бында ике датаны ла инҡар итергә ярамай, тип уйлайым, 1919 йылғы Килешеү беҙҙең өсөн мөһим тарихи ваҡиға, сөнки Башҡортостан хөкүмәте, үҙәк Совет власы менән килешеү нигеҙендә үҙ автономияһын танытыуға өлгәшкән, нишләп әле беҙ унан, тарихтан баш тартырға тейешбеҙ?

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев