Шаярыу ҡатыш! Ҡайҙалыр уҡығанымдан:
Совет заманы. Мәскәү университетында бер грузин ҡыҙы дәрестәргә йөрөмәй. Экзаменын бирә алмай китер тип уйлайҙар курсташтары, сөнки мөғәллимдең теш ҡайрағанын беләләр. Экзамен етә. Ҡыҙ әҙерләнергә ултырғас, тышта тәҙрә аҫтында кемдәрҙер билдәле грузин йыры Суликоны йырлай башлай. Матур йыр, тыйыусы табылмай. 2-3 грузин егетенең тәүҙә йөҙөндә аптырау сағыла, аҙаҡ көлөүҙәрен саҡ тыйып ултыралар. Ҡыҙ экзаменды тапшыра. Аҙаҡ беләләр: Сулико көйөнә ара-тирә Сулико һүҙен өҫтәп ҡыҙ өсөн экзамен һорауҙарына яуап йырланған булған.
Беҙҙә лә шулай ярҙам итеүселәр булһа, ректорҙар приказ м/н профессорҙарға телебеҙҙе өйрәнергә ҡушмаҫтар инеме икән?

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев