Стәрлетамаҡ ҡалаһында шундай сара алдан билдәләнгән график буйынса 10 апрель көнөнә тура килде.
Республика барлыҡҡа килеүе тарихы, Стәрлетамаҡ ҡалаһының үҫеш юлы тураһында бәйән итеү менән бергә үрелгән концерт программаһы күңелдәргә хуш килде. Ҡала хакимиәте башлығы В.И.Куликов доклад яһаны һәм ҡалабыҙҙа күп йылдар уңышлы эшләп килгән ағай-апайҙарға маҡтау грамоталары тапшырҙы.
Айырыуса Стәрлетамаҡ ҡалаһының театр- концерт берләшмәһе артистары сығышы тамашасыға ныҡ оҡшаны. Саф башҡортса һәм юғары профессиональ кимәлдә булды уларҙың номерҙары. Афарин. Шулай уҡ фойела ойошторолған күргәҙмәләр ҙә бик үҙенсәлекле һәм зауыҡлы булды. Ойрштороусыларға БДБҠ-НЫҢ СТӘРЛЕТАМАҠ БҮЛЕКСӘҺЕ ағзалары исеменән рәхмәт белдерәбеҙ. Мөһим ваҡиғалар ҙур күләмле, тәрән мәғәнәле сараларға лайыҡ.

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев