Бер күрәһе ине, бер минутҡа!
Яндарымдан үтһәң,мин риза
Тиле йәшлек тиҙәр...Бәлки тиле
..Әллә нисек,ғүмер тиҙ уҙа!
Хәбәрҙәрем күпләп йыйылдылар
Серҙәремде килә түгәһем
Моңло йырҙар, ишет тиһә күңел
Һулҡылдап шул,китә йөрәгем.
..Оҫта сиртә инең гармун телен
Яңғыратып ауыл көйҙәрен
Минең өсөн иң яҡшыһы инең-
Ишетмәнем кеше хәбәрен.
Бер күрәһе ине, бер секундҡа
Шул хәтлем һин яҙмыш, йәлсеһең
Һағыштарға һалып, алып киттең
Ишетмәнең ҡатын әрнеүен....
Римма Саньярова(Ғәлиәхмәтова).

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев