Ҡарҙың йәне һыуға күсә бик тиҙ.
Миҙгелдәр ҙә беҙҙән һорамайҙар,
Елеп кенә уҙа шулай етеҙ.
Сикәләге сәстәр салланалар...
Аҡ ҡар ише улар иремәй.
Ғүмер һуҡмағында бәхет, ҡайғы
Үҙ ваҡытын әйтеп йөрөмәй.
Йөрәктәрҙе өткән һөйөү ҙә бер
Йәшен булып бәрә, яндыра.
Мөхәббәттең утлы күмерҙәре
Йәнебеҙҙә эҙен ҡалдыра.
Йәнебеҙҙә ҡала үкенестәр,
Үткәндәрҙән улар ҡул һона.
Уҙған бәхетенә табыныусы -
Өмөтөнән яҙған ҡол ғына.
Яҙғы ҡарҙар ерҙе ҡосаҡлай ҙа,
Йәне һыуға күсә тиҙ генә.
Ғүмерҙәрҙең шулай ашыҡҡанын
Тоймай барған Ерҙән беҙ генә.
Фәнил Бүләков.

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев