Киске Өфө гәзитенән
Бесәй кешегә ыңғай йоғонто яһай икән. Дөрөҫөрәге, уның мырылдауы. Мырылдау нервыларҙы тынысландыра, көйәләнеү һөҙөмтәһендә күтәрелгән ҡан баҫымын нормаға килтерә. Күптән түгел асыҡланыуынса, бесәйҙең мырылдауы төрлө йәрәхәттәрҙе уңалдырырға ярҙам итә, шулай уҡ стрестан һәм тын ҡыҫылыуҙан һаҡлай. Ғалимдар иҫәпләп сығарыуынса, бесәй 150 Гц йышлығында мырылдай. Бындай йышлыҡтағы тауыш тулҡындары кеше организмына ыңғай йоғонто яһай икән. Тимәк, бесәй ысынлап та шифалы хайуан булып сыға. Өйөндә бесәй булған кешеләр йөрәк-ҡан тамырҙары, нервылар сирҙәре менән табипҡа һирәк мөрәжәғәт итә.
#кискеөфө

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев