Үкенеү
Һуңлап ҡына эштән ҡайтып керҙең
Кешекәйем көндө уҙғарып
Һыуыҡ донъя ҡаршы алды тағы
Еңеләймәй яҙмыш уфтанып.
Эй,һырыла бесәй,ирек бирмәй
Ул да көтә хужа ҡайтҡанын
Шөкөр генә итеп сәйнүк ҡуйҙың
Әйтмәй беркем,сәйем ҡайнаған.
..Бер үк тормош,эшкә барам-ҡайтам
Тәнем йәшәй,йөрәгемдә бушлыҡ
Ошо эске боҙҙо ғәиләмде
Ҙур өйөмдә,шундай йәмһеҙ тынлыҡ.
Кәләшем дә сыҡмай йүгергеләп
Аһ-зарҙарын алдан ҡысҡырып
Белгән генә булһам. Бәхет ошо-
Тыңлар инем хәҙер -тын ҡалып
Римма Саньярова -Ғәлиәхмәтова.2018йыл

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев