Стәрлетамаҡтан Мансуровтар ғаиләһе: Рәмил Ғәбдрәшитович улы Айбулат менән ҡатнашты. Музыкаль бүләк итеп ағалы-һеңлеле Айбулат һәм Раушания башҡорт бейеүен алып килгән ине. Тамашасылар ихлас ҡабул итте, алҡыштарын йәлләмәне.
Сарала биш атай һәм уларҙың уландары ярышты. Береһе бер һынатманы, конкурстарҙа күңел биреп, тырышып ҡатнашты барыһы ла. Күңелле үтте байрам.
Әгәр ҙә ошо сараны Стәрлетамаҡта ағинәйҙәр һәм урындағы ҡоролтай ағзалары яҙ уҙғарған "Өләсәйҙәр һәм ейәндәр" конкурсының дауамы, тип атаһаҡ, яҙыҡ булмаҫ. Тимәк, киләсәктә "Килендәштәр" йәки "Бажалар" конкурстары булыр, тип ышанып, яңынан-яңы байрамдар көтөп ҡалабыҙ.
Кем алуҡ?!!!

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 1