Әллә һамман йоҡлап ятағыҙ инде?
Мин, иртән иртүк тороп, шымсы кеүек күрше төркөмдәрҙе байҡап сыҡтым.😉
*Яңылыҡтар*.
Һауа торошо бер үк, бөтә ерҙә лә ҡар яуған.❄️ Уныһын яҙып тормайым. 🙂
Хәйбуллалар зарланалар:
"Ҡаҙаҡтар малды урлай".👩🏿🎤
Шуға курә, ҡабаланып,
Һәр хужа малын һанай.🐄🐎
Әлшәйҙәр йөн иләп,
Ойоҡбаштар бәйләйҙәр.🧶
Бөрйәндәр быйыл баллылар,
Батман менән һаталар.🍯 Дүртөйлөләр өй күтәрә,
Бик тырыш халыҡ икән.🏠
Мәсетлеләр афариндар!
Мәсет һалғандар икән.🕌
Ғәфүриләр менән Мәләүздәр һамман сөгөлдөр йыя, 🧅
Ишембайҙар яҡшы ғына,
Итек табаны ҡоя.🥾
Йылайыр менән Ейәнсура көнбағыш майы һыға, 🫙
Ә Баймаҡтар ҡышҡылыҡҡа,
Быйма баштары баҫа. 🧦
Уфаныҡылар уфтана,
Йылыға туләү килгән.💰
Ә Борайҙар бойоҡҡандар,
Ҡайҙалыр күпер киткән.🚧
Ә берәүҙәр утын яра,
Мунсаға кәрәк тейеп.🪵
Бәғзе берәү йырлап ята,
"Миңә бөгөн ял"- тейеп.🛋️
Берәүҙәр табын ҡоралар,
"Балалар килгән"- тейеп.👨👩👧👧
Берәүҙәр сәми ( самогон) һемерә,
"Бөгөн ҙур байрам!"- тейеп.📆
Архангельдәр юл таҙарта,
Өфө - Беләрит юлын.🚜
Ә Шишмәләр Өфө гиҙә,
"Пенсия килгән"- тейеп.💵
Әбйәлилдәр күлдәр иле,
Балыҡ һаталар тотоп.🐟
"Беренсе ҡар яуыу менән,
Суртан шәп ҡаба"- тейеп.🦈
Ҡыйғылар ҡаҙ һуялар,
Уларҙа өмә икән.🪿
Ҡаҙ муйынына бутәкәне турап тығып,
Табын ҡоралар икән.🍗
"Бына һиңә мәк сәскәһе,
Гөлләмәләре менән.
Бына һиңә ҡаҙ муйыны,
Бүтәкәләре менән - тип йырлашалар, бейешәләр.....💃
Бер төркөмдә мине әрләнеләр,
Төлкө(нө) йәлләгән өсөн.😔
Икенсеһендә көлдөләр, рецепт һораған өсөн.☹️
Теге ҡыҙыыыыл ғына майонезды
Һорап яҙғайным дә шул,
Мәрәкәсел булғас инде,
Яҙмай түҙеп булмай шул.😉
Өсөнсө төркөмдә минән,
Тағы нығыраҡ көлдөләр,
Мөхәббәт серен сискәнгә:
"Ит яратам, берәй ҡаҙаҡҡа тимләгеҙ" - тейеүемдән.😟
Ә һеҙ һамман йоҡлайһығыҙ,
Берәү ҙә яҙмай һамман! 🛌
Китапханалағы кеүек,
Төркөм тынлыҡҡа батҡан.📔📕📗
Әллә бармаҡтарығыҙ ҡыҫҡаҡ,
Әллә һеҙҙә дарман юҡ?🤏
Әллә инде арағыҙҙа
Иртә тороусылар юҡ. 🤷♀️😂
Көнбағыш еңгәй. 🌻

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев