Предыдущая публикация
Япраҡ тиһәм... йөрәк өҙөлә...
Өҙөлмәсе йөрәк!
Инеп барам
Ғүмерҙәрҙең алтын көҙөнә.
Йырлай-йырлай яҙҙар ҡаршы алыр
Ҡөҙ(ө)рәт бар һеҙҙә, көҙҙәрем,
Һынсыл йәйҙә бешкән уңыш кеүек
Ҡеүәтләнә әйтер һүҙҙәрем.
Ағастарҙан япраҡ яуа тиһәм...
Миҙгел-миҙгел ғүмер ҡойола,
Ииий, фанилыҡ! Мәңгелектә бер мәл!
Аҫыл асылдарың тойола.
Юлдарымды һөйөнөстә уҙам,
Көйһөҙ ерен йырлап көйләйем,
Яҙын сәскә аттым, йәй - йәшнәнем,
Йылдар уҙа тийеп көймәйем.
Ғәзиз ғүмер бушҡа йәшәлмәне,
Әрәм түгел үткән юлдарым.
Көҙҙәрен дә яҙҙар алып ҡайта
Йөрәгемдә илткән йырҙарым ,
Күңелдәрҙе имләр йырҙарым...
Миләүшә Ҡыҙрасова

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 1