Йәш күренеүҙең ете сере
✅Иң беренсе сиратта – йоҡо. Кем иртәрәк һәм ете сәғәттән күберәк йоҡлай, шуның организмында йәшлек гормоны – мелатонин – барлыҡҡа килә.
✅Икенсе урында – мөмкин тиклем көсөргәнешле хәлдәрҙе булдырмау һәм тик яҡшы уйҙар менән йәшәү.
✅Өсөнсөнән, саф һауала күберәк йөрөргә тырышығыҙ.
✅Дүртенсенән, алкоголь һәм тәмәке тартыу тигән насар ғәҙәттәрҙән ары тороу.
✅Бишенсенән, ҡояштан һаҡланыу зарур. Юғиһә туранан-тура төшкән ҡояш нурҙары тәндең һығылмалылығын һәм ныҡлығын тәьмин итеүсе коллагенды кәметә.
✅Тәмле, шәрбәтле әйберҙәрҙе яратыу ҙа яҡшы түгел. Белгестәр, артыҡ глюкоза тәндең ҡартайыуына килтергән алтынсы сәбәп, тип билдәләй.
✅Ә етенсеһе – климат үҙгәрештәренән һаҡланыу. Шуға тыуған ерҙең тәбиғәт үҙенсәлектәренән артыҡ айырылмаған урындарҙа ял итеү яҡшыраҡ.
💠💠💠💠💠💠💠💠
Автор:Гульшат Имельбаева

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 1