Предыдущая публикация
Йылға ярында ултырам.
Күҙҙәрем ағымһыуҙа.
Баштарымда сыуалалар
Сиге булмаған уйҙар.
Ҡояш нурҙары аҫтында
Һикереп уйнай балыҡтар.
Мине сәләмләйҙәр төҫлә.
Боролмала ҡамыштар.
Ике ярға бәрелә-һуғыла
Һыуҙар аға сайҡалып.
Китһә икән бар уйҙарым
Аҡҡан һыуға уралып.
Иҫкә төшә-беҙ үҫкәндә.
Шәп ине һыу ташыуҙар.
Күңелемдең төптәренән
Һығылып сыға йырҙар...
15.11.2020 Ғәлимә

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев