Римма Баймурзина
Ҡәнәғәт бул барына – аҙһынма,
Киң күңелле була бел – тарһынма.
Яҙмыш ғәҙел түгел тип, ярһыма,
Кеше өлөшөнә ҡулың һуҙма.
Асыу-үпкәң булһа, ситтә ҡалдыр,
Рәнйеш-нәфрәт быуһа, утта яндыр.
Була белһәң түҙемле һәм сабыр
Бәхет һине үҙе эҙләп табыр.
Этлек эшләмә, булма ҡәбәхәт,
Изгелек ҡыл – ишек асыр йәннәт,
Донъяла йәшәүе: ниндәй рәхәт,
Була белһәң барына ҡәнәғәт.

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 2