"Эйе, театр һис шикһеҙ бындай социаль темаларҙы ла яҡтыртырға, уны сәхнә теле менән һөйләп, тамашасыға еткерергә тейеш. Сөнки, әйтеүемсә, күбеһе аутизм тураһында белмәй, уны ҡәтғи проблема тип уйламай: йылдан-йыл бындай диагнозлы балалар арта ғына икән. Ә элек ниңә беҙ беҙ быға иғтибар итмәгәнбеҙ? Берҙән, һандар күпкә бәләкәй, бармаҡ менән һанарлыҡ булған, икенсенән, атай-әсәй балаһының шул диагноз менән яфаланғаны тураһында башҡаларға белдермәүҙе хуп күргән. Оялғандармы, бармаҡ менән төртөрҙәр тип уңайһыҙланғандармы, уртаға һалып һөйләп бармағандар. Элегерәк бит дауалау ысулдары ла булмаған, сөнки әлегәсә өйрәнелмәгән. Проблема тип тә һаналмаған. Кеше лә белмәгән, мәғлүмәт тә булмаған" - спектакль тураһында Зиләрә ЮЛТАЕВА. Тулыһынса: https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2026-05-06/balam-k-sl-ruhly-keshel-r-ha-ynda-spektakl-4677623

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев