Миңә алты йәш булғанда ул беҙҙе ташлап сығып киткән. Уны шул тиклем ныҡ һағына торғайным тәүҙә, ҡасан ҡайта тип көн дә мыжый торғас, әсәй, уға һин дә, мин дә кәрәк түгел, ана теге арғы яҡ Мөршиҙәне яҡын күреп, шунда йәшәргә китте, хәҙер уның балаларына атай, тип киҫә генә яуап биргәндән һуң, башҡаса ул турала ауыҙымды ла асманым. Атайыма хыянаты өсөн ныҡ рәнйенем, урамда осрағанында һөйләшергә килһә, ҡырт боролоп ҡаса инем, аҙаҡ ҙурая килә бөтөнләй уға ҡарата күңелем ҡатты, хатта күрә алмаҫ дәрәжәгә еттем. Өләсәйем һөйләүенсә, әсәйем "уларға ауылда йәшәргә хут бирмәгән", ҡайҙалыр күсенеп киткәндәр. Шунан аҙаҡ бөтөнләй атайҙы күргәнем булманы. Уйламаным түгел, ул күңел төбөндә үҙен һәр саҡ һиҙҙереп һыҙлап торған яра кеүек ине. Ә шулай ҙа һорашыусылар булһа, нәфрәт менән "Минең атайым юҡ!" тип яуаплар булдым. Ә ҙурайғас был ваҡиғаға икенсе төрлө... Тулыһынса: https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2026-04-18/s-yem-atayymdy-yaratma-an-4656579

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев