Ауылдың үҙәгендә, мәктәп ҡаршыһындағы Хәтер аллеяһында “Атайсал” проектына ярашлы, барлыҡҡа килә ул. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе, Илеш районының почетлы гражданины, Дүмәй ауылының билдәле шәхесе Рабис Салихов тырышлығы, көсө менән булдырыла был һәйкәл. Рабис Салих улының тыуған ауылы өсөн күп изге эштәр башҡарыуы тураһында ла һөйләне ауылдаштары.
Махсус хәрби операция яугирҙәренә ҡуйылған һәйкәл ҙур патриотик майҙансыҡты хәтерләтә. Уның эргәһендә Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре иҫтәлегенә һәйкәл дә урын алған. Шуға ла бында мәктәп уҡыусылары ҡатнашлығындағы илһөйәрлек саралары әленән-әле үткәрелеп тора. Был изге урындан сәскәләр өҙөлмәй.
Дүмәй ауыл биләмәһенә өс ауыл ҡарай, уларҙан махсус хәрби операцияға 31 ир-егет юлланған. Үкенескә ҡаршы, араларында һәләк булыусылар ҙа, хәбәрһеҙ юғалғандар ҙа бар. Яугирҙәргә терәк-таяныс булыуҙы был төбәктә йәшәүселәр маҡсат итеп ҡуйған.
Дөмәй ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы Энже Кәшфуллина әйтеүенсә, халыҡ дәррәү маскировка селтәрҙәре үрә, окоп шәмдәрен яһай, аҡсалата ла ярҙам йыя. Дөйөм изге эштән бер кем дә ситтә ҡалырға тырышмай. Берәүҙәр туҡмас әҙерләп, икенселәр йөн ойоҡтар бәйләп яугирҙәргә ярҙам ҡулы һуҙа.
Бары тик берҙәм көс менән генә еңеүгә өлгәшеү мөмкин.
Фото: ауыл хакимиәтенән.

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев