Республика тормошо хаҡында ҡыҫҡаса:
✅
Тәгәрмәстең алды ҡайҙа, арты ла шунан. Яҙ етеү менән, 17 мең соҡор иҫәпкә алынған, уларҙың яртыһы ямалған. Әммә ошо арала трассаларҙың тағы ла 60 процентын ҡарап сығаһы бар.
✅
Тишеккә – тығын, йыртыҡҡа – ямау... Республика Башлығы киҫәткәс, бер аҙна эсендә 502 хәүефле люкты алмаштырып та ҡуйғандар.
✅
Дошманға үс – һуғышсыға көс... Радий Хәбиров Өфө ҡалаһы етәкселегенә пилотһыҙ осоу аппараты бәрелеп шартлаған өйҙө оҙаҡҡа һуҙмай тәртипкә килтерергә ҡушты.
✅
Иренһәң – ауырырһың, тырышһаң – һауығырһың. 13 апрелдән республика райондарына “Сәләмәтлек поездары” ҡуҙғала.
✅
Һыу һыуға ҡойор, һыу даръяға ҡойор. Көндәр матур торһа, Өфөлә 25 апрелдән фонтандар эшләй башлаясаҡ.
✅
Таҙа орлоҡ таҙа иген үҫтерер. Муниципалитеттарға ҡала һәм ауылдарҙы, ҡыш касафатынан таҙартып, тәртипкә килтерергә ҡушылды.
✅
Белемле кеше күккә ашыр. Башҡортостандың баш ҡалаһында 4,2 мең кешегә иҫәпләнгән кампусты йыл аҙағына төҙөп бөтөргә ниәтләйҙәр. Студенттар унда киләһе сентәбрҙә өй туйлаһа, маҡсатҡа ирештек, тиергә мөмкин.
✅
Арыҫлан балаһы арыҫлан булыр. Радий Хәбиров "Сириус"та химия буйынса олимпиадала еңеү яулаған уҡыусыларға, уларҙы әҙерләгән уҡытыусыларға рәхмәт хаттары тапшырҙы.
✅
Хужалы йортта бәрәкәт бар. Сауҙа министры Азат Асҡаров Мәскәүгә эшкә күсте, министр вазифаһын Константин Климин башҡарасаҡ. Әлегә тиклем ул Беларусь республикаһында Башҡортостан вәкиле булып торҙо.
✅
Ил ҡулы тау күсерер. Сергей Кириенко Абхазия менән бәйләнештәрҙе көсәйткән өсөн Башҡортостанға рәхмәт белдерҙе.

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев