Илнур Ҡарабулатов – хәрби хәрәкәттәр ветераны, “Ватанды һаҡлаусылар” фонды координаторы. Хәҙер ул республикала МХО ветерандарына һөнәрҙәрен, оҫталыҡтарын арттырырға һәм тыныс тормошҡа идарасылар сифатында ҡайтырға ярҙам итеү буйынса алып барылған “Башҡортостан геройҙары” программаһында ҡатнаша. Ул Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Айрат Әминевте остазы тип иҫәпләй.
Тәжрибәле етәксе менән эшләү уның өсөн остазлыҡтың ысын мәғәнәһен асҡан — был белем биреү генә түгел, ә кешеләргә хеҙмәт итеү өлгөһө лә.
“Беләһегеҙме, остазыңа ситтән ҡараһаң, бер нәмә күрәһең. Ә иңгә-иң терәшеп эшләгәндә, иң мөһимен аңлайһың. Айрат Зиннәт улы «ҡағыҙҙарҙы дөрөҫ тултырырға» йәки «отчеттарҙы ҡабул итергә» өйрәтеп кенә ҡалмай. Ул кешеләр менән нисек эшләргә кәрәк икәнен күрһәтә. Нисек ишетергә. Нисек һүҙеңдә торорға. Яуаплылыҡты үҙ өҫтөңә алырға", – тип уртаҡлашҡан “Башҡортостан геройҙары” финалсыһы.
Хәҙер Илнур МХО-нан ҡайтҡан яугирҙәргә ярҙамға йүнәлтелгән үҙ социаль проекты өҫтөндә эшләй. Уның әйтеүенсә, был башланғыстың һәр юлына остазынан алған тәжрибә һалынған.
Фото: vk.com/geroi_bashkortostana

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев