Ҡырмыҫҡалы ауылының 2-се мәктәбендә махсус хәрби операция ветерандары Линар Шәрипов һәм Вадим Ибраһимов менән осрашыу үтте. Яугирҙәр уҡыусылар алдында сығыш яһап, хәрби хеҙмәткә, илһөйәрлеккә ҡағылышлы уй-фекерҙәре менән уртаҡлашты.
- Дошман фронтта ғына түгел, тылда ла үҙенең мәкерле эшен алып бара. Шуға күрә быны һәр ваҡыт иҫегеҙҙә тотоғоҙ һәр аҙымығыҙ алдынан ныҡлап уйлағыҙ. Хәҙер күптәр мутлашыусылар тоҙағына эләгә. Аферистар балаларҙың тиҙ ышаныусанлығы менән дә ҡуллана башланы. Төрлө аңлашылмаған хәлдәрҙә тәү сиратта ата-әсәләрегеҙгә, уҡытыусыларығыҙға мөрәжәғәт итегеҙ. Мутлашыусылар һеҙҙең йәшәгән ерҙә урынлашҡан ниндәй ҙә булһа бинаны фотоға йәки видеоға төшөрөп ебәреүегеҙҙе һорауы, бының өсөн аҡса тәҡдим итеүе бар. Уларҙың был үтенесен үтәһәгеҙ, һеҙ дошмандарға ярҙам итәһегеҙ тигән һүҙ. Беҙҙең көслө тыл - ул белемле, көслө һәм тәрбиәле үҫеп килеүсе быуын. Шуға күрә яҡшы уҡығыҙ, ғәҙел булығыҙ, ата-әсәләрегеҙҙең һәм дуҫтарығыҙҙың ҡәҙерен белегеҙ, - тип һөйләне яугирҙәр.
Автор фотоһы.
Автор: Эльнара Шаймарҙанова

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев