Хәбәр итеүебеҙсә, Өфөлә “Ватанға хеҙмәт итәм” республика белем биреү форумы булып үтте. Ул Рәсәйҙәге Ватанды һаҡлаусылар йылына һәм Башҡортостандағы МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылына йомғаҡлау булараҡ та ойошторолдо.
Форумда күп кенә белем биреү майҙансыҡтары эшләне, сарала ҡатнашыусылар МХО яугирҙәренә психологик ярҙам күрһәтеү, илһөйәрлек тәрбиәләү, эшҡыуарлыҡ алып барыу һәм башҡа темалар буйынса мәсьәләләрҙе тикшерҙе.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең сығышында беҙҙең йөҙҙәрсә яҡташтарыбыҙ МХО-ла дәүләт наградаларына лайыҡ булды, тип билдәләне. Башҡортостандың 14 кешеһе Рәсәй Федерацияһы Геройы исемен алды, шуларҙың һигеҙе – һәләк булғандан һуң.
2024 йылда ҡулланыла башлаған “Геройҙар дәүере” федераль программаһы артынса төбәктәрҙә лә ошондай проекттарҙы тормошҡа ашыра башланылар. 2025 йылдың 12 февралендә Башҡортостан Республикаһы Башлығының “Башҡортостан Республикаһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн “Башҡортостан геройҙары” программаһын тормошҡа ашырыу тураһында”ғы Указы ҡабул ителде. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса беҙҙең республикала ил төбәктәре араһында беренселәрҙән булып “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының филиалы эшләй башланы. Муниципаль берәмектәрҙә филиалдың 120 социаль координаторы эшләй, улар 16 мең кешене – хәрби хәрәкәттәр ветерандарын – хеҙмәтләндерә.
Ватан Геройҙары көнө Рәсәйҙә 2007 йылдан алып үткәрелә. Байрам Изге Георгий ордены кавалерҙары иҫтәлеген хөрмәтләү буйынса тарихи традицияны аяҡҡа баҫтырыу өсөн тергеҙелде. Был иң юғары хәрби награда менән бүләкләү, ул Рәсәй Президентының 2000 йылдың 8 авгусындағы Указы менән тормошҡа ашырыла башланы.
ФЕКЕР
Артур ҒАЙНАЗАРОВ,
МХО-ла ҡатнашыусы, “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының социаль координаторы:
– Махсус хәрби операцияға 2022 йылдың июнендә үҙ теләгем менән киттем. Штурмлау отряды составында алыштым. Яраланғас, кире тыуған яҡтарға – Учалы районына ҡайтырға тура килде. Хәҙер “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының Учалы ҡалаһындағы социаль координаторы булып эшләйем. Балалар ҙурайҙы инде, үҙаллы йәшәйҙәр.
Ярҙам һәм консультация һорап мөрәжәғәт итеүселәр күп – МХО-ла ҡатнашыусылар беҙҙең райондан 500-ләп кеше. Уларға һәм яугирҙәрҙең ғаилә ағзаларына төрлө яҡлап, йәғни комплекслы ярҙам күрһәтәбеҙ. Яугирҙәрҙең үҙҙәренә генә түгел, мохтажлыҡ булғанда, уларҙың ғаилә ағзаларына ла эшкә урынлашырға ярҙам итәбеҙ, инвалидтарҙың йәшәгән торлағын уларға уңайлыраҡ итеп үҙгәртәбеҙ, техник реабилитация саралары алып бирәбеҙ һ.б.
Автор фотоһы.
Автор: Рәшит Кәлимуллин

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев