Көйөргәҙе районында Фәнил Кәримовты белмәгән кеше һирәктер. “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Көйөргәҙе районы филиалы социаль координаторы Анастасия Николаева ете балаға атай булған ғаилә башлығының махсус хәрби операция биләмәһенә юлланыуы, яуҙан ҡайтҡас, мәктәп ашханаһына ашнаҡсы булараҡ урынлашыуы тураһында бәйән итеп, яҡташтарының уның менән ғорурланыуын әйтте.
Ғаилә башлығы 2023 йылдың йәйендә контракт төҙөп махсус хәрби операция биләмәһенә юллана. “Ватанды һаҡлаусылар” фондының социаль координаторы Анастасия Николаева яугирҙәрҙең ғаиләләре менән һәр саҡ бәйләнештә. Ике йылдан һуң демобилизацияланған ветеран реабилитация үткән, ял йортонда һаулығын нығытҡан.
Мәшғүллек үҙәге хеҙмәткәрҙәре ярҙамында уға Илкәнәй ауылы мәктәбендә эш табыла. Яҡты йөҙлө, алтын ҡуллы ашнаҡсыны ҡуш ҡуллап коллективҡа алғандар. “Миңә ашнаҡсы һөнәре ят түгел, заманында уҡып белем дә алдым. МХО биләмәһендә ашарға бешереп, алғы һыҙыҡтағы яугирҙәрҙе ризыҡ менән тәьмин итә торғайныҡ”, - ти ул.
Надежда һәм Фәнил Кәримовтар өс малай һәм дүрт ҡыҙ тәрбиәләй. Өлкән ҡыҙҙары колледжда юрист һөнәренә белем алһа, бәләкәйе балалар баҡсаһы юлын тапай. Балалары ла, яҡташтары ла уның ҡаһарманлығы менән ғорурлана.
Галина ТРЯСКИНА фотоһы. ("Республика Башкортостан" гәзитенән).

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев