MAX нисек Башҡортостан халҡына Күп функциялы үҙәккә яҙылырға ярҙам итә? 2025 йылдың сентябренән Башҡортостан Республикаһының Күп функциялы үҙәктәрендә MAX милли мессенджерында чат-бот барлыҡҡа килде. Меңдән ашыу кеше был мөмкинлектән “Минең документтарым” үҙәктәренә алдан яҙылыу өсөн файҙаланған да инде. Чат-бот ярҙамында республика халҡы Күп функциялы үҙәктә ҡабул итеүгә еңел яҙыла, уны юҡҡа сығара, мөрәжәғәт статусын тикшерә, адрестары һәм эш графигы күрһәтелгән яҡындағы офистарҙы таба, шулай уҡ хеҙмәттәрҙең сифатын баһалай һәм теләктәрен ҡалдыра ала. Бөтә белдереүҙәр туранан-тура Күп функциялы үҙәктең автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһынан ебәрелә, был мәғлүмәттең теүәллеген һәм ваҡытында алыныуын гарантиялай.
Башҡортостан Республикаһының Күп функциялы үҙәге директоры Наталья Куприянова билдәләүенсә, MAX-та чат-ботты эшләтеп ебәреү - хеҙмәттәрҙе һанлаштырыуҙа мөһим аҙым. “Беҙ мәғлүмәт алыу һәм ҡабул итеүгә яҙылыу процесын граждандар өсөн мөмкин тиклем уңайлыраҡ итергә тырышабыҙ”, - - ти ул.
Куприянова әйтеүенсә, меңдән ашыу кеше чат-ботты КФҮ-гә барыуҙы планлаштырыу өсөн ышаныслы, хәүефһеҙ һәм уңайлы инструмент тип баһалаған. Чат-бот менән эш башлар өсөн смартфонға MAX мессенджерының ҡушымтаһын урынлаштырырға һәм “Башҡортостан Республикаһының Күп функциялы үҙәге” һорауы буйынса эҙләү аша чат-бот табырға кәрәк.
Белешмә өсөн: Башҡортостан Республикаһында “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктәр селтәре - Рәсәйҙә иң эреләрҙең береһе. Ул республиканың бөтә райондарын үҙ эсенә ала һәм халыҡтың 99,9% өсөн дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәргә инеү мөмкинлеген бирә.
Фото: МФЦ РБ
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев