Өфөлә Рәсәй Дәүләт Думаһының гражданлыҡ йәмғиәте, йәмәғәт һәм дини берекмәләр һорауҙары буйынса комитет рәйесе Яна Лантратова һәм комитет ағзалары булып китте.
Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров улар менән осрашты, көн тәртибендә республиканың социаль йүнәлештәге коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың һөҙөмтәлелеген күтәреү мәсьәләләре ҡаралды.
Әйтергә кәрәк, Башҡортостанда алты меңдән ашыу коммерцияға ҡарамаған ойошмалар теркәлгән, уларҙың 3,8 меңе социаль йүнәлештә. Уларҙың һаны буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында – лидер. 2016 йылдан Йәмәғәт Палатаһы аппараты ҡарамағында йәмәғәт проекттарының ресурс үҙәге эшләп килә. Ул коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға ярҙам өсөн профиль майҙансығы булып тора.
Башҡортостан Башлығы республикабыҙҙа гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү буйынса системалы эш алып барылыуын билдәләне.
–Беҙҙең республика был йәһәттән ҙур әүҙемлек күрһәтә. Коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға ярҙам итеү өсөн Башҡортостан Башлығы гранттары фондын булдырҙыҡ – быйыл грант ярҙамының дөйөм бюджеты 196 миллион һум тәшкил итте, уның 100 миллион һум тирәһе – республика аҡсаһы. Быйыл беҙ Рәсәй Президенты гранттары конкурсында илебеҙ төбәктәре араһында бирелгән ғаризалар һәм еңеүҙәр һаны буйынса икенсе урынды яуланыҡ, – тине Радий Хәбиров.
Яна Лантратова коммерцияға ҡарамаған секторға ярҙам буйынса Башҡортостан тәжрибәһен өйрәнеүгә, Өфөлә комитеттың күсмә ултырышын уҙғарыуға мөмкинлек биргән өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Ысынлап та, Башҡортостанда гражданлыҡ йәмғиәте көслө. Беҙ бер нисә йәмәғәт структураларында булдыҡ. Уларҙың береһе – Өфө хосписы. Был - уникаль объект. Беҙҙе Көрәш һарайы ла һоҡландырҙы. Унда коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға һөҙөмтәле эш өсөн мөмкинлек булдырылған. Республикала дини ойошмалар менән дә үҙ-ара бәйләнештә эшләү яйға һалынған. Беҙҙең өсөн иң мөһиме – Башҡортостанда тупланған тәжрибәне башҡа төбәктәргә лә таратыу, – тине ул.
Өфө хосписының эшмәкәрлеге килгән ҡунаҡтарҙы һоҡландырҙы. 2023 йылда бындай үҙәк төҙөү паллиатив ярҙам үҫешендә коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың уңышлы эшен сағылдыра. Был учреждение асылғандан алып унда 1,5 меңдән ашыу ололар һәм 250-нән ашыу балалар ярҙам алған.
Уның нигеҙендә балаларға республика паллиатив ярҙам үҙәге булдырылған.
Башҡортостандың коммерцияға ҡарамаған секторы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам сараларына ла әүҙем ҡушылды. Коммерцияға ҡарамаған ойошмалар гуманитар ылау булырыуҙа, йыш ҡына уны алғы һыҙыҡҡа илтеүҙә әүҙем ҡатнашалар.
Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы, уларҙың ғаиләләрен реабилитациялау һорауҙарында дини берекмәләрҙең потенциалын тормошҡа ашырыу өсөн дә шарттар булдырылған. Яугирҙәр һәм уларҙың ғаиләләре менән эшләүҙә дин әһелдәрен уҡытыуға йүнәлтелгән проекттарҙы грант финанслауы ҡаралған. Рухи лидерҙар халыҡ психологтары, остаздар булараҡ яҡындарын юғалтҡан ғаиләләр менән эшләүгә йәлеп ителә. Мәҫәлән, быйыл көҙөн Мәрйәм Солтанова исемендәге Ислам колледжында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәргә, ғаиләләренә ярҙам күрһәтеүгә имамдар өсөн квалификация күтәреү курстары уңышлы тормошҡа ашырылған.
Республика йәштәр сәйәсәтен дә уңышлы тормошҡа ашыра. Махсус хәрби операция яугирҙәре менән осрашып, гуманитар ылау туплау сараларында ҡатнашып, йәштәр сәйәсәтенә илһөйәрлек рухы әүҙем үтеп инә. Башҡортостан ирекмәндәре фронт һәм Рәсәйҙең яңы төбәктәре өсөн 12,5 мең тоннанан ашыу ярҙам йыйып оҙатты.
Күптән түгел Башҡортостан Башлығы ҡарамағында студент отрядтарын үҫтереү мәсьәләләре буйынса Координация советы булдырылды. Совет осорондағы студент отрядтарының иң яҡшы йолаларын тергеҙеү билдәләнеп, уларҙың төп маҡсаттары ла аталды: уларҙың һанын арттырыу, студенттарға эшләргә мөмкинлек биреү, предприятиеларға ышаныслы хеҙмәткәрҙәр табыу. Бөгөн республикала 122 студент отрядтары эшләй, уларҙа алты меңдән ашыу юғары уҡыу йорттары һәм колледждары йәштәре тупланған.
Коммерцияға ҡарамаған ойошмалар тарафынан өйҙә социаль хеҙмәтләндереү практикаһын индереүҙе лә Башҡортостан илдә тәүгеләрҙән булып башланы. Хәҙер инде был йәһәттән барлар һөҙөмтәләр ҙә бар.
Шулай уҡ мөмкинлеге сикле кешеләрҙе реабилитациялау төбәк системаһы ла дәүләт булмаған секторҙың әүҙем ҡатнашыуын күҙаллай. Уның ярҙамы менән бөгөн 120-нән ашыу шәхси тәьмин итеүселәр (поставщиктар) реабилитациялау системаһында ҡатнаша. Был да граждандар өсөн сифатты күтәреүгә булышлыҡ итә.
Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында уҙғарылған “Социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың иң яҡшы ғәмәлдәре һәм инновация алымдары: саҡырыуҙар һәм үҫеш юлдары” темаһына арналған түңәрәк өҫтәл дә фәһемле булды, бик күп ҡатнашыусыларҙы йыйҙы.
Төрлө кимәлдәге депутаттар, яуаплы вазифа биләгән етәкселәр, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, дин әһелдәре ҡатнашлығында уҙғарылған сара бөгөнгө көн өсөн мөһим булған һорауҙарҙы күтәрҙе.
Дәүләт Думаһының гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү, йәмәғәт һәм дини берекмәләр һорауҙары буйынса комитет рәйесе Яна Лантратова был сарала ла Башҡортостанда дәүләт һәм гражданлыҡ йәмғиәтенең үҙ-ара бәйләнештә эшләү буйынса уңышлы тәжрибәһен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Республикала дәүләт функцияларының бер өлөшөн йәмәғәт ойошмаларына тапшырыу уңышлы эшләй. Был ысул махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам итеү, хоспистағы ауырыуҙарҙы ҡарау кеүек социаль мәсьәләләрҙе һөҙөмтәле хәл итергә булышлыҡ итә. Башҡортостандағы тәжрибә Рәсәйҙең башҡа төбәктәре өсөн дә файҙалы. Илебеҙҙә коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың артабанғы үҫешенә булышлыҡ итеү маҡсатында Дәүләт Думаһы комитеты иң яҡшы алымдарҙы, ҡануниәттәге башланғыстарҙы өйрәнергә, таратырға ниәтләй, – тине Яна Валерьевна.
Социаль башланғыстарҙы уңышлы тормошҡа ашырғаны, гражданлыҡ йәмғиәте институттары һәм дәүләт власы органдарының үҙ-ара бәйләнештәге эшенә ҙур өлөш индергәне өсөн Яна Лантратова коммерцияға ҡарамаған ойошмалар активына, власть органдары вәкилдәренә Комитеттың Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев республикабыҙҙа был йәһәттән уртаҡлашыр тәжрибә барлығын билдәләне.
– Социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙы үҫтереү мәсьәләһе республикабыҙ етәкселегенең иғтибар үҙәгендә. Был йәһәттән Башҡортостан бай тәжрибә туплаған һәм юғары һөҙөмтәләр күрһәтә. Беҙ улар менән уртаҡлашырға әҙер һәм хеҙмәттәшлек өсөн дә асыҡбыҙ. Уңышлы алымдарыбыҙҙы башҡа төбәктәргә лә тарата алырыбыҙға ышанам, – тине ул.
Социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың эшен артабан да йәнләндереү, үҫтереү, ярҙам итеү өсөн ултырышта яңы бурыстар билдәләнде.
ФЕКЕР
Артем БИЧАЕВ, Рәсәй Дәүләт Думаһының гражданлыҡ йәмғиәте, йәмәғәт һәм дини берекмәләр һорауҙары буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары:
–Өфөлә, Башҡортостандың ысын йөрәгендә, йәштәребеҙҙең энергияһы һәм идеялары Рәсәйҙең сәскә атыуының һәм прогрестың ысын двигателе булыуына инандыҡ. Беҙҙең дөйөм маҡсат – уларҙы коммерцияға ҡарамаған ойошмалар эшенә йәлеп итеү генә түгел, уларҙы ишетергә һәм башланғыстарын тормошҡа ашырыу өсөн реаль инструменттар бирергә. “Түңәрәк өҫтәл” буйынса аныҡ аҙымдар билдәләнек. Өс төп йүнәлеш буйынса эш ниәтләнде: грант ярҙамын киңәйтеү, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар өсөн белем биреү программаларын үҫтереү, тағы ла мөһиме – уларҙың эшмәкәрлеге өсөн хоҡуҡ шарттарын камиллаштырыу. Закондар сығарыусылар булараҡ, беҙ маҡсатлы рәүештә артыҡ ҡаршылыҡтарҙы алып ташлау, йәштәр һәм социаль проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн уңайлы хоҡуҡ яланын булдырыу йүнәлешендә эшләйәсәкбеҙ.
Тап ышаныс һәм аныҡ ярҙам аша гражданлыҡ йәмғиәтен нығытасаҡбыҙ. Унда һәр кем үҙенең потенциалын аса, Тыуған ил мәнфәғәтенә эшләй аласаҡ, тирә-яғында тормошто ла яҡшыға үҙгәртәсәк.
Башҡортостандан йәш коллегаларҙың тәжрибәһе һәм тәҡдименән сығып, гражданлыҡ йәмғиәтен нығытыуға һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың мөмкинлеген киңәйтеүгә йүнәлтелгән закондар сығарыу башланғыстарын тикшерәсәкбеҙ.
Эльвира АЙЫТҠОЛОВА, Рәсәй Дәүләт Думаһының Мәғариф буйынса комитеты ағзаһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе:
–Был бик мөһим сара, сөнки республикабыҙ йәмәғәт ойошмаларына ярҙам күрһәтеү буйынса илебеҙҙә алдынғылар рәтендә. Төрлө йүнәлештә эшләгән ойошмалар бихисап. Һәм, әлбиттә, улар үҙҙәренең әүҙемлеге, инновацион ҡараштары менән ҙур уңыштарға өлгәшә. Махсус хәрби операцияға ярҙам иткән ойошмалар тураһында айырым билдәләп үтер инем. Улар ирекмәндәр ойошмаһы, был эштә бөтә республика халҡы ҡатнаша тиһәң дә яңылыш булмаҫ. Ошо күрһәткестәр буйынса беҙҙең республика алдынғыһы булараҡ, Рәсәй Дәүләт Думаһы комитетының күсмә ултырышын Өфөлә уҙғарҙыҡ. Беренсенән, унда үҙебеҙҙең тәжрибәне күрһәттек, икенсенән, проблемалар тураһында ла асыҡтан-асыҡ һөйләштек. Йәмәғәт ойошмаһы үҫһен өсөн федераль кимәлдә ниндәй үҙгәрештәр кәрәклеген асыҡланыҡ. Әйтергә кәрәк, йәмәғәт ойошмалары юҡтан барыҡҡа килмәй. Ниндәйҙер проблеманы хәл итергә кәрәк икән, йәмәғәт ойошмалары берләшә, тупланып эшләй башлай. Кәрәк тип кенә был ойошмаларҙы эшләтеп булмай. Улар йөрәктәре ҡушыуы буйынса быны башҡара. Шуға был алып барылған һөйләшеү беҙҙең республика өсөн ҙур файҙа килтерер тип ышанам. Сөнки бер нисә проблеманы Дәүләт Думаһы кимәлендә түңәрәк өҫтәл ойоштороп һөйләшергә планлаштырҙыҡ. Ҡайһы бер һорауҙарҙы Федераль кимәлдә министрлыҡтар менән аралашып, бергә сисеү юлдарын эҙләргә, хеҙмәттәшлек итергә килештек.
Люциә СӘЙФУЛЛИНА, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Гранттары фондының генераль директоры:
– 2019 йылда коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға дәүләт ярҙамын күрһәтеү маҡсатында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Гранттары фонды булдырылды. Ошо осорҙан башлап беҙҙең төбәк тотороҡло рәүештә коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға грант ярҙамы буйынса лидерҙар иҫәбендә. Республика етәкселегенең был йүнәлештең мөһимлеген аңлауы, коммерцияға ҡарамаған секторҙың әүҙемлеге, өлгөргәнлеге һөҙөмтәһендә быны башҡарыу мөмкин.
2020-2025 йылдарҙа Фонд тарафынан 24 конкурс уҙғарылды, уларҙа ҡатнашыуға 5 меңдән ашыу ғариза килде. Ә 923 социаль мөһим проект 1,5 миллиард һумдан ашыу ярҙам алды.
Килгән ғаризалар һаны, финанслау буйынса иң ҙуры гражданлыҡ йәмғиәттәре институттарын үҫтереүгә йүнәлтелгән конкурс булды. Ул үҙенә социаль яҡлау, ғаиләгә ярҙам итеү, мәҙәниәт, тарихи хәтерҙе һаҡлау, һаулыҡ һаҡлау, фән һәм белем биреү, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, милләт-ара килешеүҙе нығытыу йүнәлештәрен индерҙе.
Бынан тыш Башҡортостанда башҡа төбәктәрҙә осрамаған уникаль тәжрибәләр ҙә бар. Мәҫәлән, дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә, кинематография өлкәһендәге проекттарға ярҙам итеүгә, киң мәғлүмәт саралары өлкәһенә йүнәлтелгән конкурстар. Үткән йылдан Башҡортостандан ситтә белем алған яҡташ студенттарҙың проекттарына ярҙам итеү йүнәлеше барлыҡҡа килде, бының өсөн 10 миллион һум аҡса йүнәлтелде.
Фондтың эше конкурстар үткәреү менән генә сикләнмәй. Социаль проекттар әҙерләү буйынса ғариза биреүселәргә консультациялар, башҡа саралар ҙа уҙғарабыҙ.

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев