Күптән түгел Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров илебеҙҙең баш ҡалаһында уҡыған йәштәр менән осрашты. Сараның төп маҡсаты – тыуған яҡ менән бәйләнеште нығытыу, йәштәр менән төбәк араһында үҙ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү. Бындай осрашыуҙар тыуған республика менән бәйләнеште һаҡлаған, уның үҫешенә өлөш индерергә һәм үҙҙәренең башланғыстарын Башҡортостанда һәм унан ситтә тормошҡа ашырырға ынтылған йәштәрҙең әүҙем берләшмәһен булдырыуға йүнәлтелгән.
Бындай тәжрибә ныҡ кәрәк
Радий Хәбиров икенсе йыл рәттән Башҡортостанда тыуып үҫеп, бөгөн Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһенең юғары уҡыу йорттарында белем алған студенттар һәм әүҙем яҡташтарыбыҙ менән осраша. Бындай тәжрибә йәштәр менән республика араһындағы бәйләнештәрҙе нығыта, уларға, ситтә уҡыуына һәм йәшәүенә ҡарамаҫтан, үҙҙәрен Башҡортостандың бер өлөшө итеп тойорға, ижади һәм аҡыл һәләттәрен тыуған республикаһы үҫешенә лә йүнәлтергә булышлыҡ итә.
Сара “Яҡташ” йәштәр мәғариф форумы барышында уҙҙы. Төбәк етәксеһе менән аралашыуҙа 750-гә яҡын йәш кеше ҡатнашты.
– Һеҙҙең менән йәнә осрашыуыма бик шатмын, яҡташтар. Һеҙ беҙгә бик ҡәҙерле һәм беҙҙең бурыс – һеҙҙең менән тығыҙ бәйләнештә булыу. Бының өсөн Мәскәүҙә төрлө саралар ойошторабыҙ. Өфөлә булғанығыҙҙа, #ӨЙҘӘ студенттар форумы барышында, тыуған республикабыҙҙың нисек йәшәүе, ниндәй ҡаҙаныштарыбыҙ булыуы, нимә тәҡдим итә алыуыбыҙ хаҡында һөйләйбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Һеҙ – беҙҙең ғорурлығыбыҙ, стратегик резервыбыҙ. Һеҙ – йәш, аҡыллы, талантлы, әүҙем. Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: потенциалығыҙ юғары, ул, һис шикһеҙ, тыуған төбәгегеҙҙә ихтыяж менән файҙаланасаҡ.
Осрашыу барышында Радий Хәбиров республиканың социаль-иҡтисади үҫеше хаҡында һөйләп, төбәгебеҙҙең күп йүнәлештәр буйынса Рәсәйҙә алдынғы булыуын билдәләне.
– Башҡортостан – илдең нефть-газ химияһы сәнәғәте, машиналар эшләү, заманса эшкәртеү производстволары үҫешкән терәк төбәге. Сәнәғәт етештереүе индексы тотороҡло һәм юғары: былтыр ул 107,5 процент тәшкил итте. Иҡтисадыбыҙ әүҙем үҫешә. Төп күрһәткестәр буйынса Башҡортостан – илдең тулайым эске продуктының яртыһынан күбеһен булдырған 10 алдынғы төбәк иҫәбендә. Инвестициялар күләме буйынса Волга буйы федераль округында икенсе урындабыҙ. Республика шулай уҡ Инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында тәүге өс төбәк иҫәбенә инә. Быларҙың барыһы ла беҙҙең биләмәне, социаль өлкәне, торлаҡ-коммуналь һәм юл хужалығын үҫтерергә, уңайлы мөхит булдырырға мөмкинлек бирә, – тине сығышында Радий Хәбиров.
Баш ҡалалағы Башҡортостан йәштәре әүҙем
Республика сит төбәктәрҙәге яҡташ йәштәргә комплекслы ярҙам күрһәтә, улар өсөн аралашыу, үҙ башланғыстарын тормошҡа ашырыу һәм кесе Ватан менән бәйләнештәрҙе нығытыу өсөн шарттар булдыра.
Мәскәүҙә ошо көнгәсә Башҡортостанда тыуып үҫкән йәштәр өсөн 46 сара уҙғарылған, ул 2582 ҡатнашыусыны йәлеп иткән. Башҡорт клубтары студент йәштәрен берләштереүҙең мөһим ҡоралы булып тора. Әлеге ваҡытта Мәскәүҙең юғары уҡыу йорттары ҡарамағында ошондай – 27, Санкт-Петербургта 11-гә яҡын клуб эшләй. Улар студенттарға үҙ-ара аралашыу, үҙҙәрен төрлө йүнәлештә һынап ҡарау, һәләттәрен асыу өсөн мөмкинлек бирә.
Студент ойошмалары тәҡдим иткән проекттарға Башҡортостан Башлығы Гранттары фонды аша республика яғынан ярҙам күрһәтелә. Был йәһәттән “БашСтьюдентс” башҡорт йәштәре хәрәкәте, “Башҡортостан мираҫы” фестивале, BS спорт клубы, “Рух” мәҙәни-ағартыу йәштәр хәрәкәте, Мәскәүҙәге башҡорт балалары һәм ата-әсәләр өсөн этномәҙәни клуб, шулай уҡ Башҡорт йәштәре мәҙәни үҙәге алып барған эшмәкәрлекте билдәләп үтергә кәрәк. Дөйөм алғанда, әлеге башланғыстарға 10 964 550 һумдан ашыу суммала ярҙам күрһәтелгән.
Иң әһәмиәтле һәм күләмле проекттар араһынан I курс студенттарын бағышлауға арналған “БашПерваш”, М. Аҡмулла исемендәге шахмат турнирын, төрлө спорт төрҙәре буйынса Башҡортостан олимпия уйындарын, “Дискурс” дискуссия клубын, “Мәскәүҙең башҡорт һылыуҡайы” конкурсын, Башҡорт музыкаһы фестивален һәм Башҡорт регатаһын билдәләргә мөмкин. Был сараларҙа Мәскәүҙә уҡыған һәм йәшәгән Башҡортостан йәштәре ҙур теләк менән ҡатнаша, үҙ-ара ихлас аралаша.
Студенттарҙы нимәләр ҡыҙыҡһындыра?
“Яҡташ” форумына әҙерлек барышында Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы төбәк етәксеһенә 300-гә яҡын мөрәжәғәт һәм тәҡдим ҡабул иткән. Йәштәрҙе төбәк иҡтисадын үҫтереү саралары һәм йүнәлештәре, Башҡортостанда йәш белгестәрҙе эшкә урынлаштырыу мөмкинлектәре ҡыҙыҡһындырған. Шулай уҡ аралашыу барышында йәштәр креатив индустрияларға ярҙам итеү, Башҡортостандың туристик ҡеүәтен үҫтереү, республикаға Мәскәү вуздарынан белгестәр йәлеп итеү, башҡорт телен үҫтереү, йәштәр проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн гранттар булдырыу кеүек темаларҙы ла күтәргән.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар төбәк етәксеһенә “Башҡортостандан һөйөү менән” проектын тергеҙеүе өсөн рәхмәт белдергән. Хәбәр итеүебеҙсә, әлеге башланғысҡа ярашлы, күптән түгел Мәскәүҙә уҡыған йәштәргә атай-әсәйҙәренән күстәнәс алып барыу, йәғни ылау ойошторолдо. Һөҙөмтәлә студенттарға һәм аспиранттарға 10-ҙән ашыу посылка алып барылды. Бында матди яҡтан бигерәк, тыуған яҡ менән йылы мөнәсәбәттең, бәйләнештең өҙөлмәүен тойоу ҡиммәт.
ФЕКЕРҘӘР
Илшат РӘХМӘТУЛЛИН, РФ Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан вәкиллеге рәйесе урынбаҫары:
– Бындай осрашыуҙар бик әһәмиәтле, сөнки улар барышында йәштәр республика Башлығына үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирә, Башҡортостандың үҫеш йүнәлештәре менән таныша ала. Яҡташтар менән бәйләнеште нығытҡан саралар йыш үтеп тора. Мәҫәлән, быйылғы яҙҙа “Йәшмә” форумын ойошторҙоҡ, сентябрҙә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Таһир улы Килсенбаев менән осраштыҡ. Декабрҙә Мәскәүҙәге Башҡортостан вәкиллегендә сираттағы сараны уҙғарыуға әҙерлек эштәре бара, шулай уҡ Санкт-Петербург ҡалаһында ла, Мәскәүҙәге ише, “Яҡташ” форумын үткәрергә йыйынабыҙ. Республикабыҙ етәкселеге менән тығыҙ бәйләнештә булыуыбыҙ, төбәгебеҙ Башлығы Радий Фәрит улының шәхсән хәстәрен тойоуыбыҙ яҡташтар менән алып барған эшмәкәрлегебеҙгә дәрт өҫтәй, үҙебеҙҙе ысынлап та Башҡортостандың бер өлөшө итеп тоябыҙ.
Ғайсар МӨХӘМӘТЙӘНОВ, Мәскәү дәүләт университеты студенты:
– Беҙ, баш ҡалала белем алған студенттар, үҙ-ара аралашып, дуҫ йәшәйбеҙ һәм ошондай осрашыуҙарҙы һәр ваҡыт көтөп алабыҙ. Улар барышында тыуған йорт йылыһын, республикабыҙға кәрәклегебеҙҙе, унда беҙҙе көтөүҙәрен тоябыҙ. Киләсәктә юғары белемле белгестәр булып тыуған Башҡортостаныбыҙға ҡайтырбыҙ, тип уйлайым.
Илдан ХӨСНӨТДИНОВ, Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы студенты:
– Әлеге ваҡытта IV курста уҡыйым һәм ошоноң кеүек осрашыуҙарҙа быға тиклем дә ҡатнашҡаным бар. Республика етәкселегенең илебеҙҙең башҡа ҡалаларында белем алған йәштәр менән бәйләнеш булдырыуы – ике яҡ өсөн дә бик әһәмиәтле һәм кәрәкле хеҙмәттәшлек. Мәҫәлән, мин уҡыу практикаларының береһен Башҡортостан Башлығы Хакимиәтендә үттем, III курста уҡығанымда Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Тыуған ер – күңелгә ныҡ яҡын төшөнсә, мин республикабыҙҙы, үҙемдең кесе Ватанымды яратам, шуға күрә ошоноң кеүек сараларҙа ҙур теләк менән ҡатнашам.
Фотолар: Башҡортостан Башлығы сайтынан.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев