Яугирҙәрҙең өйөндә барыһы ла тыныс булһа, улар Ватанды яҡшыраҡ һаҡлаясаҡ. Тап шуға күрә Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың яҡындарына ярҙам итеү системаһы булдырылған – бөгөн тормоштоң иң мөһим өлкәләрен үҙ эсенә алған 54 төрлө ярҙам сараһы ғәмәлдә.
“Башҡортостандың МХО ветерандары ассоциацияһы” хәрби хәрәкәттәр аша үткәндәрҙе берләштереп кенә ҡалмай. Бында һәр ветеран һәм һәр ғаилә аныҡ ярҙам, кәңәш, һүҙ, ҡул булышлығы алыу мөмкинлегенә эйә. Бер мәсьәлә лә иғтибарһыҙ ҡалмаһын өсөн ассоциация яугирҙәр һәм уларҙың туғандары менән бергә эшләй.
Бының өсөн ассоциация ышаныслы партнерҙар менән бер нисә килешеү төҙөгән:
- Өфө ҡалаһы эшҡыуарҙар союзы менән – үҙ эшен асырға һәм яңы тормош башларға теләүселәргә ярҙам итеү өсөн;
- “Ватанды һаҡлаусылар” фонды һәм Ватан яугирҙәре ғаиләләре комитеты менән – көстәрҙе координациялау һәм адреслы ярҙам күрһәтеү өсөн;
- Макс групп юридик компанияһы менән – ғаиләләр һәм МХО-ла ҡатнашыусылар хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса квалификациялы консультацияларҙы бушлай ала алһын өсөн.
Әммә ярҙам документтар һәм түләүҙәр тураһында ғына түгел. Был күңелде хәстәрләү ҙә. Ассоциация даими рәүештә яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә театрҙарға, концерттарға, цирк тамашаларына бушлай билеттар ҙа бирә.
Күптән түгел ассоциация, ниндәй ярҙам саралары иң кәрәклеһе, ә ҡайһылары өҫтәмә мәғлүмәт талап итеүен яҡшыраҡ аңлар өсөн, МХО ағзалары араһында һорау алыу үткәргән. Был кешеләрҙең ысын ихтыяждарынан сығып, эште аңлы рәүештә төҙөргә ярҙам итә.
Эшмәкәрлектә ассоциация ветерандары Белем көнөнә бағышлап ойошторған “Үҙ балаларыбыҙ” акцияһы айырым урын биләй. Улар аталары Ватанды һаҡлап һәләк булған беренсе класс уҡыусыларына ярҙам иткән. Ветерандар үҙҙәре бүләк әҙерләгән һәм балаларҙы беренсе мәктәп линейкаһына алып барған. Бәләкәстәр үҙенең яңғыҙ түгеллеген, янында һәр ваҡыт иңен ҡуйырлыҡ ҙур, ныҡлы берләшмә барлығын тойорға тейеш.
Ассоциацияның маҡсаты – ярҙам итеү генә түгел, ә ветерандар, яугирҙәр ғаиләләре үҙҙәре изге эштәрҙе башлап ебәреүсе булһын өсөн шарттар булдырыу. Шулай итеп кенә көслө, әүҙем, ысын ҡәрҙәшлек тыуа.
Фото: "Башинформ".
Автор - Ә. Минғәлиева.

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев