Мәскәүҙә XIX “Транспорт аҙналығы-2025” Халыҡ-ара форумы һәм күргәҙмәһе бара. Башҡортостандың республика Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге делегацияһы был майҙансыҡта республиканың юл-транспорт өлкәһен үҫтереүгә арналған бер нисә эшлекле осрашыу һәм дискуссия үткәрәсәк.
Был сараны Рәсәйҙең Транспорт министрлығы йыл һайын уҙғара. Бер майҙансыҡта федераль һәм төбәктәрҙәге власть органдары, фән һәм белем биреү даирәһе вәкилдәре, бизнес-лидерҙар, шулай уҡ Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең транспорт тармағындағы эксперттары осраша.
Быйылғы “Транспорт аҙналығы”нда утыҙҙан ашыу эшлекле сара буласаҡ, уларҙа 300-ҙән ашыу эксперттың ҡатнашыуы көтөлә. Маҡсат – илдең транспорт системаһын үҫтереүҙең стратегик юлдарын табыу, транспорт тармағындағы яңы ҡаҙаныштар һәм технологиялар менән танышыу, тәжрибә уртаҡлашыу. Иғтибар үҙәгендә пассажирҙар ташыуҙың сифатын яҡшыртыу, һанлы инфраструктураны үҫтереү һәм милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу буласаҡ.
Башҡортостан был сарала 2019 йылдан алып ҡатнаша. Быйыл унда республика масштаблы юл проекттарын күрһәтәсәк. Улар иҫәбендә – Өфөнөң “Көньяҡ ҡапҡаһы”, Ағиҙел аша күпер менән бергә Өфөнө көньяҡтан уратып үткән юл, баш ҡаланың Интернациональ урамы осонда Ағиҙел аша күпер һәм башҡалар. 2024 йылдағы “Транспорт аҙналығы”нда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Росавтодор” федераль юл агентлығы етәксеһе Роман Новиков менән осрашыу үткәрҙе һәм Р-240 Өфө – Ырымбур трассаһын киңәйтеү мөмкинлеген тикшерҙеләр. Быйыл май айында “Приуралье” юл идаралығы был эшкә тотондо ла инде.
ФЕКЕР
Любовь МИНАКОВА,
Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры:
“Был юл Стәрлетамаҡ агломерацияһында йәшәгәндәрҙе транспорт элемтәһе менән тәьмин итә, уға Ишембай, Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары, шулай уҡ ҡала яны ауыл-ҡасабалары инә, был агломерацияла, дөйөм алғанда, 560 мең самаһы кеше йәшәй. Трассаны ике полосанан дүрт хәрәкәт полосаһына тиклем киңәйтеү һәм техник үлсәмдәрҙе норматив талаптарға еткереү юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар өсөн хәүефһеҙ һәм уңайлы шарттар тыуҙыра.
Өфө – Ырымбур трассаһындағы бөтә эште 2026 йылда тамамлау планлаштырылған. Былтырғы “Транспорт аҙналығы”нда шулай уҡ республиканың М-12 “Көнсығыш” юғары тиҙлекле юлына тоташҡан автомобиль юлдарын аяҡҡа баҫтырыу мәсьәләһе лә тикшерелгәйне. “Автодор” һәм “Автобан” компаниялары көсө менән Борай, Дүртөйлө, Илеш, Саҡмағош райондарындағы һәм Яңауыл ҡалаһындағы туҙған юлдарҙы йүнәтергә ҡарар ителде.
Фото: “Транспорт аҙналығы-2025” форумы сайтынан.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев