Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда медицина хеҙмәткәрҙәренә ярҙам саралары тормошҡа ашырыла. Улар араһында медицина хеҙмәткәрҙәренә тәғәйенләнгән һөҙөмтәле программалар ҙа бар. “Ауыл табибы” һәм “Ауыл фельдшеры” программаларын 2030 йылға тиклем оҙайттылар.
Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрендә һәм күпселек илдәрҙә йәштәрҙе үҙебеҙҙә ҡалдырыу киҫкен проблема булып ҡала. Әлеге ваҡытта саралар ҡабул ителә һәм артабан уларҙы тормошҡа ашырыу юлдары эҙләнә. Был ҡарарҙарҙың иң мөһимдәренең береһе – республика төбәктәрендә медицина колледждарының өҫтәмә филиалдарын асыу. Уларҙың дүртәүһе эш башланы, быйыл өҫтәмә уртаса медицина хеҙмәткәрҙәренең сығарылышы була. Улар, нигеҙҙә, ошо райондарҙа һәм округтарҙа ҡала. Ни өсөн? Йәштәребеҙ башҡа төбәктәргә уҡырға китә һәм һөҙөмтәлә күбеһе унда эшләргә ҡала. Хәлде аңлап, ике йыл элек үк “Сәләмәтлек сәғәте”ндә проблеманы анализланыҡ һәм дүрт колледж асыу тураһында ҡарар ҡабул иттек. Был – яңы ремонт эштәре атҡарылған, уҡыу кластары, симуляция кабинеттары булған биналар. 2025 йылда был колледждарҙың тәүге сығарылышы көтөлә. Һәм дауаханаларыбыҙға яңы кадрҙар эшкә барасаҡ. Киләһе этап – муниципалитеттар менән эшләү. Уларҙың райондарға медицина хеҙмәткәрҙәрен йәлеп итеүе өсөн әүҙем эшләүе мөһим.
Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда медицина хеҙмәткәрҙәренә ярҙам саралары тормошҡа ашырыла. Улар араһында медицина хеҙмәткәрҙәренә тәғәйенләнгән һөҙөмтәле программалар ҙа бар. “Ауыл табибы” һәм “Ауыл фельдшеры” программаларын 2030 йылға тиклем оҙайттылар. Әйткәндәй, Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы төбәктәрҙән килгән тәҡдимдәр нигеҙендә “Ауыл табибы” һәм “Ауыл фельдшеры” программалары буйынса аҡса алырға хоҡуҡлы медицина хеҙмәткәрҙәре вазифаларының яңы исемлеген раҫланы. Унда аллерголог-иммунолог, балалар онколог-гематологы, табип-остеопат, йөрәк-ҡан тамырҙары хирургы, стоматолог-ортопед, торакаль хирург, физик һәм реабилитация медицинаһы табибы, эпидемиолог бар. Табип амбулаторияларының, шулай уҡ дөйөм табип практикаһы (ғаилә медицинаһы) үҙәктәренең акушерҙары, шәфҡәт туташтары ла түләү алыу хоҡуғына эйә.
Белеүебеҙсә, “Ауыл табибы” программаһы 2012 йылдан эшләй һәм ауылдарға, бәләкәй ҡалаларға күсеп ҡайтҡан табиптарға аҡса түләүҙе күҙ уңында тота. Әммә бер шарт бар: улар дауаханала биш йыл эшләргә бурыслы. Фельдшерҙар, акушерҙар һәм шәфҡәт туташтары өсөн “Ауыл фельдшеры” программаһы 2018 йылдан ғәмәлдә.
Программа буйынса табиптарға – 1 миллион һум (йыраҡ райондар – 1,5 миллион һум), урта медицина хеҙмәткәрҙәренә иһә 0,5-1 миллион һум матди ярҙам күрһәтелә. 2023 йылда был түләүҙе 195 табип, 101 урта медицина хеҙмәткәре алды. Башҡортостан Рәсәй төбәктәре федераль бюджеттан алынған һәм файҙаланылған аҡса буйынса өсөнсө субъект булды.
Әйткәндәй, яңы “Бәләкәй медицина ойошмаларына табиптар” программаһына ярашлы, беҙгә башҡа төбәктәрҙән дә медицина хеҙмәткәрҙәре килә. Мәҫәлән, Ҡалтасы үҙәк район дауаханаһына Ҡырымдан Астапенковтар күсеп килгән. Улар – табиптар ғаиләһе. Ғаилә башлығы Александр Владимирович һәм уның ҡатыны Дарья Андреевна участка табип-терапевтары булып эшләй. Муллағәлиевтәр ғаиләһе тыуған яғына ҡайтҡан. Ғаилә башлығы Роберт Илдус улы – дерматовенеролог, уның ҡатыны Светлана Рауил ҡыҙы – ультратауышлы диагностикалау табибы.
Һәр тармаҡта быуындар күсәгилешлелеге булыуы зарур. Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһында эшләгән йәш белгестәрҙән Элина Әлимбаеваға (һүрәттә) ҙур өмөт бағлайҙар. Ул Башҡортостан дәүләт медицина университетының педиатрия факультетын тамамлап килгән. Үҙе Оло Ыҡтамаҡта тыуып үҫкән. Элина Булат ҡыҙы “Ауыл табибы” программаһында ҡатнаша һәм был дәүләт ярҙамы һөҙөмтәһендә, күп кенә йәш белгестәр кеүек, торлаҡ мәсьәләһен хәл итмәксе.
Шуныһы һөйөнөслө: бәләкәй хеҙмәткәрҙәр эш хаҡына өҫтәмәгә өмөт итә ала – 2023 йылдан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров медицина хеҙмәткәрҙәренең айырым категорияларына республика бюджетынан өҫтәмә түләүҙәр индерҙе. “Ашығыс медицина ярҙамы”ның психиатрия бригадаһы саҡырыуҙары буйынса шәфҡәт туташтарына һәм бәләкәй медицина хеҙмәткәрҙәренә ай һайын – 4500, беренсе медицина-санитария ярҙамын күрһәткән йәки йәшәүселәргә диспансер күҙәтеүе яһағандарға – 6500, махсус психиатрия бригадалары фельдшерҙарына һәм шәфҡәт туташтарына – 7000, ошонда подразделениелар табиптарына – 11500, “Ашығыс ярҙам” водителдәренә – 12000, участка терапевтарына 14500 һум түләнә.
Бөгөн һәм оҙайлы ваҡытҡа дәүләт медицина хеҙмәткәрҙәрен арттырыу мәсьәләһен хәл итеү юлдары эҙләнә – табиптарға һәм медицина хеҙмәткәрҙәренә ярҙам бар, буласаҡ та, сөнки был – йәшәйешебеҙҙең төп тармаҡтарының береһе.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
ФЕКЕР
Дим ШӘЙӘХМӘТОВ, Красноусол үҙәк район дауаханаһының дөйөм хирургы:
– Сығышым менән – Ғафури районының Толпар ауылынанмын. Бала саҡтан өләсәйем Хәмиҙә Ғафур ҡыҙы Шәйәхмәтованың ауылыбыҙҙа фельдшер булып башҡаларға ярҙам итеүенә шаһит булып үҫтем һәм уның ошо медицина юлынан китеү тураһындағы кәңәшен тотоп, VII кластан хыял иткән Башҡортостан дәүләт медицина университетына уҡырға индем, аҙаҡ ординатураны тамамланым. Тыуған яғымда дөйөм хирург булып эшләйем һәм бер йылдан ашыу “Ауыл табибы” программаһында ҡатнашам. Йәш белгестәр өсөн 1,5 миллион һум – ул шәп сумма. Дәүләтебеҙ тарафынан бирелгән был сумма торлаҡ алырға ярҙам итер, тип ышанам.
Автор:

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев