Сара “Йоғонтоло һәм көнәркәшле иҡтисад” милли проектының “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” федераль проектына ярашлы үткәрелде.
Йыл башынан республикала 19 фабрика уңышлы ойошторолдо: 16-һы – етештереү процестары буйынса, өсәүһе офистағы эшкә ҡағыла. Был уҡыуҙа ҡатнашыусылар һаҡсыл етештереү алымдарын ғәмәлдә ҡулланырға өйрәнә, был иһә эш барышындағы юғалтыуҙарҙы үҙаллы асыҡлау, эш операцияларын уңайлаштырыу, үҫеш нөктәләрен асыҡлау мөмкинлеге бирә.
Уҡыу үткәрелгән предприятиелар араһында “Башҡорт кирбесе”, “Башҡорт бройлеры”, “Өфө аныҡ машиналар эшләү заводы” йәмғиәттәре һәм башҡа коллективтар бар.
ФЕКЕР
Айрат ФӘХРЕТДИНОВ,
Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары:
- “Процестар фабрикаһы – ул уҡытыу ғына түгел, ә эште үҙгәртеүҙең ысынбарлыҡтағы тәжрибәһе. Унда ҡатнашыусылар эш барышы процесындағы хатта ҙур булмаған үҙгәрештең дә етештереүҙе ярайһы уҡ дәрәжәлә арттырыуын үҙ күҙҙәре менән күрҙе. Был дәрестәрҙә тренерҙар булып Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге төбәк үҙәге эксперттары сығыш яһауы айырыуса мөһим.
Быйыл ошо Үҙәк Башҡортостандың мәҙәниәт учреждениелары өсөн дә һаҡсыл эшләү дәрестәре бирҙе, уларҙа алты китапхана һәм дүрт мәҙәни-ял итеү учреждениеһы ҡатнашты.
Фото: БР Иҡтисади үҫеш һәм инвестция сәйәсәте министрлығы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев