❗Пилотһыҙ аппараттар һөжүме тураһында
Беҙгә ҡаршы террорсылар һөжүмдәре йышая. Беҙҙең ҡарамаҡта радиолокация селтәре, «Панцирь» комплекстары, зенит һәм автоматик ҡоралдар бар. Һөжүм ваҡытында беҙ мобиль интернетһыҙ ҡалабыҙ, әммә быны аңлап ҡабул итергә кәрәк. Махсус хәрби операция – 2 мең километр алыҫлыҡта ғына түгел, ул бында ла бара.
❗Юлдарҙы ремонтлау тураһында
Борай, Тәтешле, Дүртөйлө, Илеш райондарына өндәшәм, М-12 трассаһын төҙөкләндереү барышында боҙолған юлдарҙы ремонтларға аҡса бүлергә торабыҙ. Сибай-Аҡъяр юлы менән хәл шул уҡ, ике йылда эшләп бөтөрөргә тейеш инек, хәҙер дүрт йылға һуҙылды. Һис шикһеҙ, уны ла тәртипкә килтерәсәкбеҙ. Саманан тыш йөк ташыусы машиналар беҙҙең юлдарға ҙур зыян килтерә. Әле республикала 11 ауырлыҡ үлсәү станцияһы эшләй. Уларҙан беҙ юл фондына йыл һайын миллиард һумлап аҡса туплайбыҙ.
❗Цирк һәм театр тураһында
Дәүләт циркын төҙөкләндереү федераль аҡсаға башҡарыла, уны 2026 йылда башларға тейешбеҙ. Быны ышаныс менән әйтә алабыҙ, сөнки реконструкция эшен президент ҡеүәтләне. Икенсе ҙур маҡсат – Рус драма театры бинаһын ремонтлау. Ул да федераль бюджеттан финанслана, миллиард ярым-ике миллиард һум тураһында һүҙ бара.
❗Премьер-министрҙың отставкаһына бәйле имеш-мимештәр тураһында
Кемделер отставкаға оҙатыу – ул Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда милли йола. Унан тыш сәйәси технологтар эшенең һөҙөмтәһе лә. Назаров – хөкүмәттең иң файҙалы ағзаларының береһе. Кеше эшләй, уның эше менән мин дә, миңә ҡалһа, хөкүмәт тә ҡәнәғәт.
❗«Башспирт»ты һатыу тураһында
Ғөмүмән әйткәндә, предприятие милеген һатыу – тәбиғи күренеш. Килем юҡ икән, һатырға кәрәк. Әммә «Башспирт» беҙҙе был йәһәттән инде ҡыҙыҡһындырмай. Бер нисә йыл элек, банкротлыҡҡа яҡын булғанда, һатыуға сығарырға булыр ине, ә хәҙер ул үҙ тармағында илдең иң ҙур биш предприятиеһы араһында, быйыл килемен арттырҙы. Мин быны Рәиф Әбдрәхимов ойошторған сифатлы менеджмент менән бәйләйем.
❗Колледждар тураһында
Колледждарҙы ябыуҙан беҙ әле бик йыраҡбыҙ. Киреһенсә, иҡтисадыбыҙҙың, ауыл хужалығы һәм сәйәсәтебеҙҙең ныҡлы терәге булған колледждар селтәрен һаҡлап киләбеҙ. Уларҙың һаны беҙҙә 92, төрлөһө төрлө хәлдә. Әле ҡайһы бер ҡалаларҙа бер нисә колледжды бер ҙур белем биреү үҙәгенә әйләндереү өҫтөндәбеҙ.
❗Салауат Юлаев һәйкәле тураһында
Ашығырға иҫәп юҡ, унда эш бик күп. Һәйкәлдән тыш, уның тирә-яғындағы биләмәне лә тәртипкә килтерергә теләйбеҙ. Эште 2027 йылдың октябрендә тамамларға план ҡуйылған.
❗«Башкиравтодор» тураһында
«Башкиравтодор» мәсьәләһе беҙҙең үҙәккә үтте. Предприятиеның хәле әле лә ауыр, әммә былтырғы кеүек мөшкөл түгел. Уны был хәлдән сығарыу юлдары бар.
❗Рус баҡыр компанияһы инвестициялары тураһында
Беҙ, халыҡты ишетеп, килеп тыуған һорауҙарға яуап бирҙек. Республикала сәйәси хәлде ҡаҡшатырға теләүселәрҙе был теманан айырҙыҡ. Әле компания сығанаҡтарҙы үҙләштереүгә әҙерләнә. Ҡаҙыу эштәре беҙҙең күҙәтеү аҫтында барасаҡ, йылға-күлдәрҙе бысратыуға юл ҡуймайбыҙ, Ҡырҡтытауға уларҙы ебәрмәйбеҙ.
❗Кландар тураһында
Үҙемде кландарға, сәйәси нәҫел-араларға индермәйем, мин президентҡа һәм республика халҡына хеҙмәт итәм. Тыныс эшләйем, бер кем алдында ла сәбәләнмәйем.
❗«Әр-Рәхим» тураһында
Быйыл башланған фасад эштәрен 2026 йылда тамамларға иҫәп тотабыҙ, шулай уҡ киләһе йылда мәсеткә йылы ебәрәбеҙ. Ер мөнәсәбәттәренә бәйле һорауҙар бар, бинаның бер өлөшө федераль ҡарамаҡта булған биләмәлә төҙөлгән. Вазифамдың мөҙҙәте 2029 йылда тамамлана, уға тиклем мәсетте төҙөп бөтөрөргә теләйем, әлбиттә.
❗Вахта ысулы менән эшләүселәр тураһында
Беҙҙә «Башҡорт вахтаһы» программаһы булдырылды. Беҙҙең граждандар һәм уларҙы эшкә алырға әҙер булған предприятиелар етәкселеге араһында осрашыуҙар ойошторҙоҡ. Шулай ҙа күптәр Себергә эшкә юллана, төп сәбәп – эш хаҡы. Беҙ, нисек кенә теләһәк тә, ундағы кеүек аҡса түләй алмайбыҙ. Улар бындай эшкә һәм эш хаҡына күнеккән, аҡса эшләйҙәр, ғаиләләрен ҡарайҙар, йорттар төҙөйҙәр. Бының насарлығы юҡ, тип иҫәпләйем.
❗Башлыҡ мөҙҙәтенән һуңғы пландар тураһында
Вазифанан бушағас, килеп сыҡһа, Башҡортостанда ҡалырға теләйбеҙ. Шуға әлеге ваҡытта Өфөлә фатир ҡараштырам һәм һатып алырға иҫәп тотам.

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев