Башҡортостан Республикаһының ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары Фәниә Нафиҡова махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы реабилитациялау буйынса “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһында уҙған кәңәшмәлә ҡатнашты.
Шифахана директоры Максим Мигаль төбәктә ошо категория граждандарын шифахана-курорт менән тәьмин итеү механизмдары хаҡында доклад менән сығыш яһаны.
Башҡортостан Республикаһында йәшәгән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн дауалауҙы ойоштороуҙың түбәндәге формалары ҡаралған:
Бер тапҡыр шифахана-курорт путевкаһы биреү;
туғандар араһында билдәләнгән дауалау осорон тигеҙ өлөштәргә бүлеү;
яҡын туғандарының береһенә (иренә\ҡатынына, ата-әсәһенә) шифахана-курорт путевкаһын тапшырыу хоҡуғы;
һәләк булғандарҙың (үлгәндәрҙең) йәки хәбәрһеҙ юғалған махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың туғандарына бер кеше өсөн 14 көн йәки ике туған өсөн 7 көн дауамында бер тапҡыр дауалау ҡаралған.
Башҡортостан Республикаһы был йүнәлештә тотороҡло динамика күрһәтә. 2023 йыл йомғаҡтары буйынса реабилитация курсын 1 676 кеше үткән, 2024 йылда – 3,5 мең кеше, ә 2025 йылда – 2,6 меңдән ашыу кеше. Программаны тормошҡа ашыра башлағандан алып 8 меңдән ашыу граждан һауыҡтырылған.
Әлеге ваҡытта конкурс буйынса һайлап алыуҙы үткән 15 шифахана-курорт учреждениеһы менән субсидиялар биреү тураһында килешеү төҙөлгән.
Хеҙмәттәрҙе өҙлөкһөҙ күрһәтеүҙе тәьмин итеү өсөн был учреждениеларҙың номер фондының 10 проценты резервта тора.
Фәниә Нафиҡова, мөрәжәғәт итеүсе граждандар араһында “Янғантау”, “Асы”, “Танып”, “Красноусол” һәм “Яҡтыкүл” шифаханалары ҙур популярлыҡ менән файҙалана, тип билдәләне. Шулай уҡ ул “Ҡарағай”ҙа, “Йоматау”, ”Березка” һәм “Урал аръяғы шифаханаһы”нда шифахана-курорт картаһын рәсмиләштереүҙең ябайлаштырылған тәртибенә иғтибар итте.
Ҡеүәтле тәбиғи һәм дауалау мөмкинлектәрен файҙаланып, Башҡортостан Республикаһы физик һаулыҡты тергеҙеүгә лә, психоэмоциональ хәлде нормалләштереүгә лә йүнәлтелгән комплекслы алым ҡулланып, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы реабилитациялауға ҙур өлөш индерә. Шифахана-курорт реабилитацияһын артабан үҫтереү Башҡортостан Хөкүмәте эшенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булып ҡала.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы (архивтан).
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев