– Өс йыл элек, 2022 йылдың 30 сентябрендә, Рәсәй составына Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары, Запорожье һәм Херсон өлкәләре инеү тураһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйыла. Был ил тарихында мөһим ваҡиға, берҙәмлегебеҙ символы. Беҙ бергә – беҙ Рәсәй! Махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙәребеҙгә тағы ла сираттағы гуманитар ярҙамды алып барҙыҡ. Мелитополдә хәрби бурыстарҙы үтәү өсөн һигеҙ мотоцикл, дрон һәм башҡа кәрәкле ҡорамалдар тапшырҙыҡ.
Донецк Халыҡ Республикаһы биләмәһендәгә яугирҙәребеҙҙең янында ла булдыҡ. Яугирҙәргә иң мөһим әйберҙәр – автомобилдәр, мотоциклдар, квадрокоптерҙар, маскировка селтәрҙәрен тапшырҙыҡ. Шулай уҡ урынлаштырыу базаларын һәм ремонт оҫтаханаларын ҡараныҡ, унда беҙ тапшырған техниканы хәрби бурыстарға һәм фронт ихтыяждарына яраҡлаштыралар. Бында 3D принтерҙа баҫылған деталдәрҙән пилотһыҙ аппараттар төҙөлә. Егеттәребеҙ менән ғорурланабыҙ һәм артабан да ярҙам итәсәкбеҙ, – тине Ратмир Мәүлиев.
Фото: Ратмир Мәүлиевтең сәхифәһенән.

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев